Беҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайҙар

Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров адресына Еңеү көнө менән ҡотлау ебәрҙе.

Беҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайҙарБеҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайҙар
Беҙҙе Еңеү көнө менән ҡотлайҙар

Рәсәй Президенты Владимир Путин, ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров адресына Еңеү Көнө менән ҡотлау ебәрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауы:

Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Еңеү Көнө менән ҡотлайым.

Беҙ һәр ваҡыт был изге байрамды аталарыбыҙҙың, олатайҙарыбыҙҙың, ҡартолатайҙарыбыҙҙың аяуһыҙ дошманға буйһонмаған, нацизмды ҡыйратҡан, Ватанды һаҡлаған, бөтә донъяны ҡотҡарған бөйөк батырлығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо менән билдәләйбеҙ. Уларҙың сыҙамлығы, рух көсө һәм хаҡ эшкә ышанысы беҙҙең өсөн Тыуған илгә ҡарата мөхәббәттең, уның яҙмышына шәхси бәйлелектең мәңгелек өлгөһө булып хеҙмәт итәсәк.

Һеҙгә уңыштар һәм изгелек теләйем.

Владимир Путин.

 

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустиндың ҡотлауы:  

Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Еңеү Көнө менән ҡотлайым!

Нацизмды ҡыйратҡан күп милләтле халҡыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығы ҡаҡшамаҫ батырлыҡ символы, ысын патриотизм өлгөһө булып тора.

Был изге көн донъяның, һәр кеше ғүмеренең ни тиклем ҡәҙерле булыуын иҫкә төшөрә. Беҙгә азатлыҡ һәм киләсәк бүләк иткән ветерандарҙы ҙур рәхмәт тойғоһо менән хөрмәтләйбеҙ. Махсус хәрби операция яугирҙәренең батырлығы, сыҙамлығы менән һоҡланабыҙ. Улар ата-бабаларына лайыҡлы, илебеҙ мәнфәғәттәрен һәм именлеген ышаныслы яҡлай. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға яңы уңыштар, һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем.

Михаил Мишустин.

 

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың ҡотлауы:

9 Май – халҡыбыҙ тарихындағы мөһим дата. Еңеү көнө – милли ғорурлыҡ һәм берҙәмлек символы.

Һикһән бер йыл элек кешелек тарихында иң аяуһыҙ һәм ҡан ҡойошло һуғыштарҙың береһе тамамланды. Беҙ геройҙарыбыҙҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Улар – туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ тураһындағы иҫтәлек быуындан-быуынға һаҡсыл тапшырыла. Беҙ тыл хеҙмәтсәндәренә һәм илде тергеҙеүсе һәм уның ҡеүәтен нығытыусы һәр кемгә тәрән хөрмәт күрһәтәбеҙ. Был кешеләр беҙгә йәшәү, эшләү, уҡыу, яратыу һәм балалар тәрбиәләү азатлығын бүләк итте.

Бөгөн дә был ҡиммәттәрҙе – күп милләтле Рәсәйҙең тыныслығын, суверенитетын һәм берҙәмлеген беҙҙең яугирҙәр, табиптар, ирекмәндәр – алғы һыҙыҡта яҡлай.

Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, хөрмәтле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Ватан азатлығы өсөн ғүмерен биргән һәр кем тураһында хәтер мәңгелек!

Байрам менән! Бөйөк Еңеү Көнө менән!

Игорь Комаров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас