Өфөлә Еңеү парады үтте

Радий Хәбиров бөгөн дә, 81 йыл элеккесә, халҡыбыҙ нацизмға ҡаршы көрәшә, тип иҫкә төшөрҙө.

Өфөлә Еңеү парады үттеӨфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте

Бөгөн, 9 майҙа, Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы парад үтте. Трибуналарҙа ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, хәрби хәрәкәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары, хәрби хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ҡатнашты.

Ветерандарҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы, МХО яугирҙәрен һәм республика халҡын Еңеү көнө менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

– Еңеү көнө халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы, берҙәмлеге, ҡаһарманлығы һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр көсө символы булып ҡала. 1945 йылдың 9 майы – илебеҙ тарихында мәңгелеккә яҙылған изге дата. Бөгөн ғаиләләрҙә фронтовиктарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен хөрмәтләйҙәр, туған геройҙарын иҫкә алалар. Улар үҙҙәренең рух көсө, батырлығы һәм ҡаһарманлығы менән кешелекте ҡотҡара. Беҙ ватаныбыҙҙы аямайынса яҡлаған һәр кемдең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Мәңгелек дан, – тине төбәк етәксеһе һәм һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан итте.

Радий Хәбиров, бөгөн, 81 йыл элеккесә, халҡыбыҙ нацизмға ҡаршы көрәшә, тип иҫкә төшөрҙө. Башҡортостан йәнә дөйөм Еңеүгә лайыҡлы өлөш индерә.

– Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәр береһе менән ғорурланабыҙ. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Башҡортостан халҡы ҡаһарман яҡташтарына ярҙам итеү өсөн берләшкән. Беҙ Президентыбыҙҙың ҡарарҙары тирәләй берләшеп, Еңеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Киләсәктә лә ветерандарыбыҙға тиңләшәсәкбеҙ, еңеүселәр быуынының бөйөк мираҫын һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Еңеүсе халыҡҡа дан! Бөйөк Еңеү көнө менән! Ура, иптәштәр, – тине Радий Хәбиров.

Полковник Ринат Латипов етәкселегендәге парадты Башҡортостандың хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич ҡабул итте. Тантаналы сарала Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре, “Башҡортостан” полкының һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондың МХО яугирҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, уҡыу йорттары курсанттары һәм кадеттарынан торған 25 парад расчеты ҡатнашты. Бөтәһе ике меңдән ашыу кеше.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр үткәндән һуң Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге менән мәктәп-интернат кадеттары, Шайморатов кластары уҡыусылары, йәш армейсылар һәм диңгеҙ пехотасыларының кадет кластары Еңеү байрағының күсермәләрен, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Өфө ҡалаһы флагтарын күтәреп үтте.

Парад тамамланғандан һуң Башҡортостан Башлығы Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары, МХО ҡатнашыусылары менән аралашты, батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтте һәм бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ теләне.

Фото: Олег Яровиков, "Башинформ". 

Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Өфөлә Еңеү парады үтте
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас