

Тарихи байрамды бүләк иткән яҙ алыҫлашҡан һайын, еңеү һалдаттары сафы һирәгәйә. Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын республика буйынса шанлы йылдарҙың тере шаһиты булған 58 һуғыш ветераны ҡаршылай. Шуларҙың берәүһе – Ишҡол апа Мәхмүтов – Әбйәлилдән. Уға 26 сентябрҙә 100 йәш туласаҡ.
Еңеү байрамы алдынан Ҡаҙмаш ауылында ветеран йәшәгән йорт алдында тантаналы парад үтте. Сәләмәтлек хәле буйынса күптән урамға сыҡмаған ҡарт фронтовик үҙендә байрам ҡарарлыҡ көс-дәрт тапты. Был маҡсатта бөгөн “Салауат” компанияһы бүләк иткән инвалид коляскаһы бик ярап ҡалды.
Һуғыш ветеранын, митингыға йыйылған ауыл халҡын, мәктәп уҡыусыларын бөйөк байрам менән район башлығы А.З. Әминев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты З.З. Байғусҡаров, хәрби комиссар А.Г. Илларионов, "Салауат" компанияһы директоры Т.Т. Бәхтигәрәев тәбрикләне. Парад маршында Ҡаҙмаш, 1-се Асҡар, Амангилде урта мәктәптәре, Т. Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары һәм райондың халыҡ тынлы инструменттар оркестры ҡатнашты.
Уҡыусы балалар өсөн яугир менән осрашыу, уның хөрмәтенә уҙғарылған парадта атлап үтеү онотолмаҫ илһөйәрлек дәресе лә булды.
Утты-һыуҙы кискән, һуғыштан һуң ил кисергән ауырлыҡтарҙы иңендә күтәргән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры булған, “Германияны еңгән өсөн”, “Жуков” һәм тиҫтәләрсә юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән районыбыҙҙың һуңғы геройына Аллаһы Тәғәлә бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ насип итһен һәм тағы ла ҡыуанып йәшәрлек бәрәкәтле ғүмер өҫтәһен!
Сығанаҡ һәм фото авторы: Гөлнара Күсәрбаева