

9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.
Күп милләтле республика халҡы исеменән төбәк етәксеһе Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың Ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә венок һалды, уның янында Мәңгелек ут яна.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарғандан һуң тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Яугир-азат итеүселәрҙең үлемһеҙ батырлығы хөрмәтенә тантаналы марш менән Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре үтте.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Күсимовтың бюстарына, тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәлдәренә һәм “Десантсылар быуындары союзы”на сәскәләр һалды.
Бынан Һуң Радий Хәбиров Орджоникидзе районы байрамының тематик майҙансыҡтарында булды. Бында концерт номерҙары һәм патриотик акциялар үтә.
Тантана аҙағында төбәк етәксеһе 2024 йылдың 9 майында Еңеү паркында асылған Ғәзи Заһитов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Еңеү көнөнөң үҫеп килгән быуын өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Күп ғаиләләрҙең балалар менән бергә килеүен күрәм. Был дөрөҫ: улар барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрһендәр һәм байрамға ҡағылышлы булһындар. Был уларҙың да хәтере, улар үҫеп етеп, уны балаларына тапшырасаҡ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Еңеү көнө – ул ветерандар йәки хәрбиҙәр өсөн генә түгел, халыҡ байрамы ла. Мин дә бөгөн улдарым менән килдем, уларға бында бик ҡыҙыҡлы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.