Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды

Республикала 58 фронтовик, 98 мең һуғыш балаһы йәшәй, Афғанстанда һәм Чечнялағы ҡораллы конфликт ветерандары быуыны бар, ә хәҙер махсус хәрби операция ветерандары плеядаһы барлыҡҡа килә.

Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдыРадий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды

9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Скульптура композицияһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән бөтә хеҙмәттәштәренә арналған.

Тантаналы сарала Рәсәй Геройҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

– Республика халҡы һәр ваҡыт лайыҡлы һуғышҡан, һәм беҙ уларҙың батырлыҡтарын иҫтә тоторға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Республикала 58 фронтовик, 98 мең һуғыш балаһы йәшәй, Афғанстанда һәм Чечняла ҡораллы конфликт ветерандары быуыны бар, ә хәҙер махсус хәрби операция ветерандары плеядаһы барлыҡҡа килә. Беҙҙең бурыс – уларға ярҙам сараларын киңәйтеү, уларҙың ғаиләләрен хәстәрлек менән уратып алыу.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас