

4 – 9 майҙа тотош Рәсәйҙә “Еңеү тәҙрәләре” акцияһы бара. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арнала.
Был – халыҡтың хәтер проекты. Сарала ҡатнашыусылар йорттарҙағы, төрлө ойошмалар биналарындағы тәҙрәләрҙе матурлай, фотоһүрәттәр, яҙыуҙар ҡуя.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы фатирҙар, төрлө ойошмалар тәҙрәләрен геройҙарҙың фотоһүрәттәре, георгиев таҫмалары, осоп барыусы күгәрсен, ҡыҙыл йондоҙҙар һүрәттәре һәм башҡалар биҙәй.
Фотолар: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!