

Башҡортостандан шәфҡәт туташы Ләйсән Ергизова яралыларға ярҙам күрһәткәндәге батырлығы өсөн дәүләт наградаһына тәҡдим ителде. Ул махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә һәм ут аҫтында ла яралыларға хирургик ярҙам итеүен туҡтатмай.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы яугирҙәр быуындарының күсәгилешлеге тураһындағы мәғлүмәттәр йыя. Филиалдың Бөрйән районы буйынса социаль координаторы Гөлфиә Ғабдрафиҡова Ергизовтар ғаиләһе геройҙары – Хәсән Вәлитов һәм Ләйсән Ергизованың тарихын баҫтырыу өсөн әҙерләне.
Ләйсәндең олатаһы Хәсән Вәлитов Бөйөк Ватан һуғышында уҡсылар полкында ауыр алыштар аша үтә, үлем һәм емереклектәр күрә. Күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Хәсән Вәлитов II дәрәжә Ватан һуғышы Ордены менән бүләкләнә. Фронттан ҡайтҡас, ҡатыны менән бергә биш ҡыҙ тәрбиәләй, оҙон һәм лайыҡлы тормош юлы үтә.
Тиҫтәләгән йылдар үткәс, Тыуған илгә хеҙмәт итеү эстафетаһын уның бүләсәре Ләйсән ала. Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының шәфҡәт туташы Ватанды һаҡлаусыларҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн махсус хәрби операция зонаһына үҙ теләге менән юллана.
Бала саҡтан уҡ башҡаларға ярҙам итеү һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу минең бурысым икәнен аңланым. Мин беләм, хәрби хәрәкәт зонаһына сәйәхәт – ул, бер яҡтан, яралы һалдаттарға һәм офицерҙарға ярҙам итеү мөмкинлеге, икенсе яҡтан – ғәйәт ҙур һөнәри тәжрибә алыу мөмкинлеге. Дөрөҫөн әйткәндә, бында килгәс, яралыларҙың шулай күп булыуы минең өсөн көтөлмәгән хәл ине. Тәүҙә бик ауыр булды, хәҙер күнектем. Уларҙы күберәк ҡотҡарған һайын, күптән көтөлгән еңеүгә тиҙерәк яҡынлашасаҡбыҙ", – тип һөйләй Ләйсән Ергизова. Әлеге ваҡытта Ләйсән Лисичанск ҡалаһының (Луганск Халыҡ Республикаһы) госпиталендә эшләй. Ул «Фиҙакәрлек һәм һөнәрмәнлек өсөн» наградаһына тәҡдим ителә.
Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондының республика филиалы