‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә Еңеү байрамы төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе.

‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ

Йыл һайын был көндө беҙгә тыныс күк йөҙө бүләк иткән ата-бабаларыбыҙға дан йырлайбыҙ, уларҙы тәрән ихтирам менән хәтергә алабыҙ. ‎

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә лә байрам бик сағыу, матур үтте. Ленин исемендәге майҙанда райондың хәрби-патриотик клубтары, Шайморатов кластары, балалар баҡсаларының Шайморатов төркөмдәре хәрбиҙәрсә атлап үтте, шулай уҡ йыйылыусылар Өфө кинологтар мәктәбе эттәренең сығышын ҡараны. ‎Еңеү байрамы йөҙәрләгән Ҡырмыҫҡалы халҡын берләштерҙе. Ололар һәм балалар, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре район үҙәге урамдары буйлап үтеп, тыныс күк йөҙө бүләк итеүселәргә рәхмәтен белдерҙе. ‎Ә Ҡырмыҫҡалы ауылының Еңеү паркы үткәндәр һәм бөгөнгө, хәтер һәм ғорурлыҡ, ҡайғы һәм өмөт барыһы бергә берләшкән урынға әүерелде. ‎

Район халҡы бында яу яландарынан ҡайтмағандарҙы, тыныслыҡ өсөн ғәзиз ғүмерҙәрен ҡорбан итеүселәрҙе, Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын ҡаршылай алмаусыларҙы иҫкә алырға йыйылды. Ә тынлыҡ минуты ваҡытында һәр беребеҙ атай-олатайҙарыбыҙға рәхмәт әйткәндер...

Уларҙың батырлығы үлемһеҙ, һәм ҡаһармандарыбыҙ тураһында хәтер йөрәктәребеҙҙә, эш-ғәмәлдәребеҙҙә мәңге йәшәйәсәк. ‎ Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған спорт фестивале быуындар күсәгилешлеге һәм сәләмәт тормош рәүеше символына әүерелде. Еңел атлетика буйынса эстафета, скандинав атлауы буйынса ярыш, минифутбол, урам баскетболы, шахмат турниры сағыу байрамдың әһәмиәтле бер өлөшө булды. ‎

Фотолар: район хакимиәте сайты.

‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
‎Иҫкә алабыҙ, ғорурланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас