Мәләүез халҡы ла Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын ҡаршыланы

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл кәмей. Мәләүез ҡалалаһында һәм районынан был категорияға тиңләштерелгән кешеләр менән бергә ни бары өс кеше иҫәпләнә. Ә бит һуғыш йылдарында фронтҡа 15 мең яҡташыбыҙ киткән. Уларҙың алты меңе фашистик Германияға ҡаршы көрәштә ғүмерен биргән.

Мәләүез халҡы ла Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын ҡаршыланыМәләүез халҡы ла Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын ҡаршыланы
Мәләүез халҡы ла Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын ҡаршыланы

Бөтә халыҡ байрамын Мәләүез халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары ла ҡаршы алды. Мәңгелек утлы мемориалға иртәнән ветерандар, шул иҫәптән Венгрияла Советтарға ҡаршы ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнашҡан Дмитрий Яшин, тыл хеҙмәтсәндәре, махсус хәрби операцияла һәм локаль ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, геройҙарҙың тол ҡатындары, ҡала һәм район халҡы, ҡунаҡтары йыйылды. Почетлы трибуналарҙа һуғыш йылдарында йәшәгән быуын вәкилдәре кисергәндәре, яу яландарында башын һалған яҡташтары, һуғыштан һуңғы халыҡ хужалығын тергеҙеү, һуңғы дүрт йылда баоған МХО тураһында әкрен генә үҙ-ара һөйләшә.

«Бөгөн барыбыҙҙы ла шатлыҡ һәм ҡайғы, ғорурлыҡ һәм рәхмәт тойғолары берләштерә. Һуғыш һәр ғаиләлә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Шуға күрә лә Еңеү көнө - һәр беребеҙ өсөн оло байрам. Тап беҙҙең һалдаттар донъяны фашизмдан ҡотҡара, тап беҙҙең ил нацизмды ҡыйрата, Европаны фашизмдан азат итә һәм миллионлаған ҡорбандар һәм ҡот осҡос һынауҙар менән һуғышта еңә. Беҙҙең изге бурысыбыҙ - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында дөрөҫлөктө һаҡлау һәм балаларға еткереү! Геройҙар онотолмаясаҡ! Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һәм олатайҙарыбыҙ дошман менән үлемесле көрәшә, тыуған ерҙәрен һаҡлай! Беҙ һуғыштан ҡайтмаған һәм беҙҙең менән бергә булмаған һәр кемдең яҡты иҫтәлегенә баш эйәбеҙ! Ғорурлығыбыҙҙы һәм күҙ йәштәребеҙҙе йәшермәйенсә, беҙ һеҙгә, ҡәҙерле ветерандарыбыҙға һәм тыл эшсәндәренә, рәхмәт белдерәбеҙ!

Бөгөн махсус хәрби операция яугирҙәре, һеҙҙең кеүек үк, Рәсәй именлеге һәм суверенитеты өсөн батырҙарса көрәшә, ә тылда ирекмәндәр уларҙы кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итә. Беҙҙең район, республика һәм бөтә ил МХО яугирҙәренә ярҙам итә! Беҙ уларҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ!» - тине район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығы менән ҡотлауында.

Сәләмләү һүҙе менән МХО ветераны Рөстәм Күсәрбаев сығыш яһаны: «Был изге көндә беҙ, махсус операция яугирҙәре, киләсәк быуындар өсөн азатлыҡты һәм тыныслыҡты яҡлаған еңеүселәр быуынының батырлығын ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ. Бөгөн, хәрби бурысыбыҙҙы үтәгәндә, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш тоябыҙ! Һеҙҙең батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм Ватанға һөйөү өлгөһө беҙҙе ҡуйылған хәрби бурыстарҙы үтәүгә рухландыра, эшебеҙҙең дөрөҫлөгөнә көс һәм ышаныс өҫтәй! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек һәм аяҙ күк йөҙө теләйем! Бөйөк батырлыҡ тураһында хәтер һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен, ә халҡыбыҙҙың берҙәмлеге Рәсәйҙең ышаныслы таянысы булып ҡалһын!»

Шулай уҡ Мәләүездәрҙе Еңеү байрамы менән Мәләүез ҡалаһының, Мәләүез һәм Федоровка райондарының хәрби комиссары подполковник Ринат Ғибәҙуллин, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рамазан Рамазанов, отставкалағы ветеран - афған подполковнигы Виктор Дмитриев ҡотланы. Үҫеп килгән быуын исеменән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Ватанды һаҡлаусыларға рәхмәт һүҙҙәре һәм уларҙың батырлығына лайыҡлы булырға вәғәҙә биреп, 4-се мәктәптең туғыҙынсы класс уҡыусыһы, йәш армеец Алексей Ежов сығыш яһаны.

Бер минут тынлыҡтан һуң яу яландарында батырҙарса һәләк булған яугирҙәр хөрмәтенә залп яңғыраны. Һуңынан монументҡа сәскәләр һалынды. Байрам көс структуралары һәм ветерандар ойошмалары вәкилдәре парады менән дауам итте. Колонна аша атлылар, ретромобилдәр, хәрби машиналар үтте.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ижади коллективтар һәм художестволы үҙешмәкәр артистары сағыу концерт номерҙары һәм тулҡынландырғыс музыкаль композициялар әҙерләне. Меңәрләгән тамашасы бәләкәйҙән алып олоһона тиклем сығыш яһаусыларҙы алҡышланы. Байрамға Тыуған иле өсөн көрәшкән туғандарының портреттары менән күп кеше килгәйне.

 

 

 

 

Мәләүез халҡы ла Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын ҡаршыланы
Мәләүез халҡы ла Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын ҡаршыланы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас