Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай

29 сентябрҙә фашистар танк һөжүме башлай. Хоҙат Булатов немец танкыларының яҡын араға килгәнен көтөп ала һәм ут аса. Ошо алышта ул дошмандың ике танкыһын, бер нисә пулеметын һәм 20-ләп һалдатын юҡ итә

Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлайСебенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай

Быйылғы Еңеү көнө байрамы Әлшәй районының Себенле ауылы халҡы өсөн айырыуса иҫтәлекле булды, сөнки бында төҙөкләндерелгәндән һуң ошо ауылдан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Хоҙат Булатовҡа бюст һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, төрлө хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ҡаһармандарға арналған стела асылды.

Герой олатайҙары менән ғорурланалар

Хоҙат (Хоҙайбирҙе) Булатов ошо ауылда 1906 йылда тыуып үҫә. Биш бала атаһы була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, меңдәрсә совет яугирҙәре менән бер сафта ул да Тыуған иле һағына баҫа. Гвардия сержанты Хоҙат Сәлимйән улы 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) 58-се гвардия полкында танкҡа ҡаршы орудие командиры булып хеҙмәт итә. 1943 йылдың 27 сентябрендә, Днепрҙы аша сыҡҡанда, плацдарм яулап алыуҙа һәм дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша. Хәрби ҡоралын беренселәрҙән булып һалда имен алып сығыуға өлгәшкән Булатов фашистарға ҡаршы аяуһыҙ ут аса. Ҡомло урында ауыр орудиены бер урындан икенсе ергә күсереп, уңайлы позиция һайлап, уның расчеты тәүлек буйына дошманды утҡа тота. 29 сентябрҙә фашистар танк һөжүме башлай. Хоҙат Булатов немец танкыларының яҡын араға килгәнен көтөп ала һәм ут аса. Ошо алышта ул дошмандың ике танкыһын, бер нисә пулеметын һәм 20-ләп һалдатын юҡ итә. Башҡа танктар кире боролорға, йәғни сигенергә мәжбүр була. Бына ошо ҡаһарманлығы өсөн ул юғары наградаға – Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә.

– Олатайыбыҙ һуғышта яралана – ике бармағын өҙҙөрә. Тыныс тормошта бик эшсән кеше булды, тыуған ауылында йәшәне, колхозда бригадир, умартасы булып эшләне, – тип һөйләне Геройҙың ейәне Миҙхәт Булатов. Әйткәндәй, бөгөн ул олатаһының нигеҙен һаҡлап, тыуған ауылында төпләнгән.

Хеҙмәт ветераны Рәйес Хәбиров та Хоҙат Булатовты йылы хәтирәләр аша иҫкә алды.

– Беҙ уны Хоҙайбирҙе ағай тип йөрөттөк. Яҡын ғына йәшәне. Бергә ултырып сәй эскән, аҙ булһа ла уның һуғыш хәтирәләрен тыңларға  форсат эләккән мәлдәр ҙә булды. Ауылыбыҙҙа быға тиклем яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск һәм Хоҙат Булатовтың бюсы яңыртыу талап итә ине. Ошо изге эште атҡарып сығыуҙа әүҙемлек күрһәткән ауыл халҡына, хакимиәт башлығы Таһир Рәйес улына, бағыусыларға ҙур рәхмәт! – тине ул.

Беҙҙең әңгәмәгә Геройҙың бүләсәре Лидия Булатова ла ихлас ҡушылды. Ул – һөнәре буйынса уҡытыусы, Салауат ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

– Бөгөн тыуған ауылымда стела һәм олатайыбыҙҙың яңыртылған бюсы асыла. Беҙ – Хоҙат Сәлимйән улының ейәндәре, бүләләре балаларыбыҙ менән бергә ашҡынып ҡайттыҡ. Бындай саралар бик кәрәк, сөнки йәш быуын үҙ нәҫеленең геройҙарын белергә, улар менән ғорурланырға тейеш, – тине Лидия һәм ул да ауыл хакимиәте етәкселегенә, ауылдаштарына ҙур рәхмәтен еткерҙе.

Батырҙар исеме онотолмаһын

Себенле ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелиск һәм Советтар Союзы Геройы Хоҙат Булатовҡа арналған бюст 1984 йылдың 9 майында асылған була. Ваҡыт тәьҫирендә был иҫтәлекле урын элекке матурлығын, төҙөклөгөн юғалта. Өҫтәүенә ҡасандыр гөрләп эшләп торған ҡеүәтле “Мир” колхозы тарҡалғас, мемориалды тейешле кимәлдә тотоу ауырға төшә. Шулай ҙа тыуған төйәгенең киләсәге өсөн бөтә күңелен биреп эшләгән ауыл хакимиәте башлығы Таһир Кашапов уны төҙөкләндереү, бер уңайҙан барлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең, тыл хеҙмәтсәндәренең, хәрби бәрелештәр батырҙарының исемдәрен мәңгеләштереү уйы менән яна. Ошо хаҡта ауылдаштарына тәҡдим менән сыҡҡас, себенлеләр был башланғысты бер төптән күтәреп ала һәм республикала әүҙем дауам иткән “Атайсал” проектына ҡушылырға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә ауыл халҡының, битараф булмаған яҡташтарҙың тырышлығы менән 500 мең һумдан ашыу аҡса йыйыла. Әлшәй районы хакимиәте, эшҡыуарҙар Хәлит Кинйәбулатов, Ревмир Юнысов төҙөлөш материалдары менән ярҙам итә. Был изге эшкә айырыуса ошо ауылда тыуып үҫкән Тәлғәт һәм Заһир Кашаповтар, Фәниә Ғәлимова, Гөлфиә Әхмәтйәнова, Люциә Миңлебаева, Фәннүрә Абдуллина, Миҙхәт Булатов, Алина Ғәлимова, Зөбәржәт Зарипова, Ҡунҡаҫ ауылынан яугир-интернационалист Рәмил Ғәлиуллин һәм башҡа бик күптәр тос өлөш индерә. Эштәрҙе урын-еренә еткереп башҡарған подрядсы Елена Жнейкинаға һәм уның эшселәренә лә ауыл халҡы оло рәхмәтле.

– Район етәкселеге, хакимиәт башлығы Наил Рәшит улы Әбелғужин башланғысыбыҙҙы хуплап ҡаршы алды һәм мөмкин булғанса ярҙам күрһәтте. Изге эште башҡарып сығыу өсөн ауыл халҡы берҙәм көс булып тупланды. Нисә тапҡыр өмә үткәрһәк тә, халыҡ дәррәү ҡатнашты, һәр кем хәленән килгәнсә үҙ өлөшөн индерергә атлығып торҙо. Кемделер айырып ҡына әйтеү мөмкин дә түгел, бөтәһенә лә оло рәхмәт! – тине ауыл хакимиәте башлығы Таһир Кашапов.

Стелала ошо ауылда тыуып үҫкән ил һаҡсыларының – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, Еңеү көнөн яҡынайтыу хаҡына көндө төнгә ялғап тир түккән тыл хеҙмәтсәндәренең, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән ваҡытта батырҙарса һәләк булған яугир, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Рауил Мөҙәрисовтың, лейтенант Ринат Ғилмановтың, махсус хәрби операция ҡаһармандары Филүс Әхмәҙиев, Рифат Муллагилдин, Ринат Ғәлин, Тәнзир Аҙнағолов, Динис Муллағолов, Раян Әхмәтов, Райфин Туғашевтың исемдәре уйып яҙылған. Ә инде уртала торған Советтар Союзы Геройы Хоҙат Булатовтың бюсы өр-яңы төҫ алып, әллә ҡайҙан күренеп тора.

– Был стела – ябай таш ҡына түгел, унда уйып яҙылған һәр исем-фамилия артында – айырым яҙмыш, уларҙың һәр береһе – үҙе бер тарих. Ә инде Советтар Союзы Геройы Хоҙат Булатов – беҙҙең ауылдың ғына түгел, тотош Әлшәй районының ғорурлығы, – тине Таһир Рәйес улы. Ул ҙур тырышлыҡ һәм көс талап иткән эште башҡарып сыуыуға өлөш индереүселәгә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Стела асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫары Руслан Сабит улы Мөхәмәтшин ҡатнашты. Ул да Себенле ауылының берҙәм көс менән башҡарған эшенә юғары баһа бирҙе һәм ошо башланғысты тормошҡа ашырырға булышлыҡ иткән әүҙемселәрҙең тырышлығын район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләне. Сарала шулай уҡ бихисап абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Улар барыһы ла ошондай ҙур һәм кәрәкле эште башҡарып сығыуға өлгәшкән Себенле ауыл халҡына һоҡланыуын һәм рәхмәтен белдерҙе.

Артабан мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда матур концерт ҡуйылды, ошонда уҡ ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән мул табын артында “Һалдат бутҡаһы” ашау, бергәләп сәй эсеү ойошторолдо. Байрам уңайынан тыуған ауылына ҡайтҡан себенлеләр һәм бөгөн дә тыуған төйәгенә тоғролоҡ һаҡлаған ауылдаштар бер-береһе менән ихлас аралашты, ошондай сараларҙың айырыуса йәш быуын өсөн үтә мөһим һәм кәрәкле булыуын билдәләне, киләсәктә лә быуындар сылбыры өҙөлмәүен теләне.

Автор фотолары.

 

Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Себенле халҡы ҡаһармандар рухына тоғролоҡ һаҡлай
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас