

Йәй башланыр алдынан "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Бүребай ауылында төҙөлөп ятҡан Еңеүҙең 80 йыллығы исемендәге парк биләмәһендә экологик акция үткәрҙе. Өмәлә ҡатнашыусылар 41 йәш шыршы ултыртты, шул рәүешле киләсәктә ял итеү зонаһы буласаҡ урман массивына нигеҙ һалды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, предприятие бер йыл элек үҙ инициативаһы менән һәм үҙ иҫәбенә Еңеүҙең 80 йыллығы исемендәге парк төҙөй башлағайны. Бөгөн был - комбинаттың иң амбициоз социаль проекттарының береһе, ул таусылар ауылында ғаилә ялы өсөн заманса, уңайлы урын булдырыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта биләмәлә төҙөлөш эштәренең икенсе сираты бара. Шыршы ултыртыу паркты йәшелләндереү буйынса беренсе ҙур аҙым булды, ул киләсәктә таусылар ауылы халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнәсәк.
"Оҙаҡ ваҡыт Бүребайҙа парк йәки йәйәү йөрөү өсөн биләмә булманы, – тип аңлатма бирҙе комбинаттың генераль директоры Рөстәм Аблаев. – Уны ойоштороу буйынса башланғыс былтыр, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан барлыҡҡа килде. Шуға күрә парк ошолай аталды, был беҙгә айырым яуаплылыҡ йөкмәтә. Биләмәне этаплап төҙөкләндерәбеҙ. Алда – йәйәүлеләр юлдарын, һыу һибеү системаһын булдырыу, эскәмйәләр ҡуйыу һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары эшләү. Тиҙҙән бүребайҙар яҡындары менән бергәләп ял итеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек алыр тип ышанам".
Әйткәндәй, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты һуңғы бер нисә йылда ғына бер нисә ҙур социаль проектты тормошҡа ашырҙы, улар иҫәбендә – ауыл табиплыҡ амбулаторияһын капиталь ремонтлау, физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү, ихата-ара биләмәләргә асфальт түшәү, урамдарҙы яҡтыртыу өсөн яҡтыртҡыстар ҡуйыу, балалар өсөн бер нисә уйын майҙансығын төҙөү һәм башҡалар. Был башланғыстарҙың һәр береһе –комбинат хеҙмәткәрҙәренең һәм Бүребай ауылының барлыҡ халҡының йәшәйешенә индерелгән өлөш.
Сығанаҡ: Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге.