

Бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған тантаналы парадта әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләүҙән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров расчет командирҙарына дипломдар тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы кубогын һәм Гран-при дипломын Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының тәфтишселәр әҙерләү факультеты начальнигы полиция полковнигы Антон Захаров алды.
Яза башҡарыу хеҙмәтенең һәм енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениеларының расчет командиры подполковник Анна Шендель беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Икенсе дәрәжә диплом менән гвардияның хәрби хәрәкәттәр ветерандары расчёты командиры полковник Радик Ғәбиҙуллин бүләкләнде. Өсөнсө дәрәжә дипломға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы полиция патруль-пост хеҙмәте полкының оператив эш итеү батальоны командиры подполковник Артур Әмитов лайыҡ булды.
Республика Башлығы курсанттарҙы, кадеттарҙы һәм уҡыу йорттары уҡыусыларын да билдәләне. Башҡортостан Башлығы кубогы һәм Гран-при дипломы «Витязь-юниор» диңгеҙ пехотаһының республика хәрби-патриотик кадет үҙәге ҡыҙҙарының парад расчеты командиры өлкән вице-сержант Азалия Әхмәтвәлиеваға тапшырылды.
Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусы тәрбиәләнеүселәренең расчет командиры майор Александр Медведев беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ беренсе дәрәжә дипломға ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусының расчёт командиры подполковник Фәнил Солтанғолов лайыҡ булды.
– Республиканы ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫҡа һәм бөтә сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, – тине Фәнил Солтанғолов.
Икенсе дәрәжә диплом «Шайморатовсылар» патриотик хәрәкәте расчеты командиры Радмир Хәсәновҡа тапшырылды. Өсөнсө дәрәжә дипломға Өфө районы Булгаков ауылындағы кадет лицейы начальнигының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары майор Илшат Ғафаров лайыҡ булды.
«Расчет командирҙарына һәм тантаналы марш менән парадта үткән ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәм. Бик матур сара булды. Егеттәрҙең МХО-нан имен-аман ҡайтыуын көтәбеҙ. Шул саҡта ҙур парад уҙғарырбыҙ», – тине Радий Хәбиров.
9 майҙа Өфөлә үткән Еңеү парадында Өфө территориаль гарнизоны хәрби хеҙмәткәрҙәре, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре, МХО яугирҙәре һәм ветерандары – «Башҡортостан» полкы һәм С. Юлаев исемендәге батальонда ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар һәм кадеттар – йәмғеһе ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
Фото: Олег Яровиков, "Башинформ".