

Республика буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, 12 июндә Туймазы районының Ҡандра ауылындағы супермаркеттарҙың береһенән хәбәр килә.
21 йәшлек егет магазиндан аҙыҡ-түлек тотоп сығып килгән үҫмерҙе туҡтата һәм уны тартып алмаҡсы була. Үҫмер ҡасырға маташҡанда уға бысаҡ менән һөжүм итә һәм бер нисә тапҡыр сәнсә. Артабан ул пакетты эләктереп ҡаса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай яраларҙан шул урында уҡ һәләк була.
Енәйәтсе алыҫ китеп өлгөрмәгән - тотҡарланған. Уны һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә, “Үлтереү” статьяһы буйынса эш асылған.
Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин 14 йәшлек үҫмерҙе үлтереүҙе тикшереү барышын контроленә алған.
Фото: видеонан скриншот.