9 май - Еңеү көнө
23 Сентябрь , 04:00

Федераль ҡаҙна идаралығы белгестәре лә ярҙам итә

Маскировка селтәрҙәрен дә ойошма белгестәре үҙҙәре үргән. 

Федераль ҡаҙна идаралығы белгестәре лә ярҙам итәФедераль ҡаҙна идаралығы белгестәре лә ярҙам итә
Федераль ҡаҙна идаралығы белгестәре лә ярҙам итә

Махсус хәрби операция биләмәһендә Ватан мәнфәғәттәрен яҡлаған яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйып ебәреү эшендә ҡатнашыуҙы вайымһыҙ булмаған һәр кем үҙ бурысы итеп һанай. Башҡортостан был изге эште бер ҙә туҡтатмай, ауыл-ҡалалар халҡы берәмләп тә, төркөмләп тә, ойошма, берләшмәләр аша ла мөмкин тиклем дәррәү ҡатнашырға тырыша.

Федераль ҡаҙнаның республика буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә изге эштән ситтә ҡалмай. Ошо арала улар республиканың Халыҡ фронтына сираттағы ярҙамды йыйып тапшырған. Бында һаҡселтәрҙәр ҙә, шәхси гигиена әйберҙәре лә, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ла бар. Маскировка селтәрҙәрен, изге теләктәрен ҡушып, ойошма белгестәре үҙ ҡулдары менән үргән. “Беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ, яугирҙәребеҙгә булышлыҡты дауам итәбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булыр!” – тип яҙа ойошма вәкилдәре ведомствоның сайтында.

Фото: ufa.roskazna.gov.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас