Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ял көндәрендә Сибай ҡалаһына булған эш сәфәре яҡтыртылған. Был биттәрҙәге башҡа яҙмалар ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, урындағы үҙидара темаларына ҡағылышлы.
3-сө биттә иғтибар үҙәгендә – Ҡырмыҫҡалы районы. Сығарылышта төбәктә белем һәм тәрбиә биреү, мәҙәни мөхит, брендлы аҙыҡ-түлек етештереү темалары яҡтыртылған.
4-се биттә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы вазифаһын башҡарыусы Гөлфирә Абдуллина менән күләмле әңгәмә баҫылып сыҡҡан.
5-се биттә телсе ғалим Ким Әхмәтйәновтың ҡыҙының ата-әсәһе тураһындағы хәтирәләре донъя күргән.
6-7-се биттәрҙә мәғлүмәти белдереүҙәр урын алған.
8-се биттә “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов ҡатнашлығында ойошторолған “тура бәйләнеш”тән репортаж бирелгән.