“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы көн-үҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эш сәфәрҙәре, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.
Баш ҡалабыҙҙа барған “Туғанлыҡ” фестивале хаҡында ла тулыраҡ бөгөнгө һанда уҡырға мөмкин.
“Баш йортобоҙ – Башҡортостан” рубрикаһы даими сығып бара. Был юлы махсус битте Ҡыйғы районынан әҙерләнек. Төбәктең уңған халҡы, тырыш эшҡыуарҙары, күркәм ғаиләләре менән танышырға теләгәндәр 3-сө битте уҡығыҙ. Ошонда уҡ төбәктең социаль-иҡтисади хәле, йәшәйеше тураһында район хакимиәте башлығы Радил Мөхәмәтдинов менән әңгәмә лә тәҡдим ителә.
Республика крәҫтиәндәре бар көсөн яҙғы сәсеү эшенә йүнәлтте: быйыл ул 2,1 миллион гектар майҙанда атҡарылырға тейеш.
Бураҙнаға һалынған орлоҡтарҙың сифаты ниндәй? Ерҙең уңдырышлылығын арттырыу өсөн ниндәй саралар күрергә? Вирусһыҙ картуф үрсетеү серҙәре бармы? Ошо һәм башҡа аграр нескәлектәрҙе асыҡлау ниәтендә Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Рөстәм КИРӘЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Әңгәмәне 4-се биттә уҡығыҙ.