Бөгөнгө һандың 1-се битендә милли көрәш буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының кубогына ярыштан репортаж бирелгән.
2-се биттә иһә баш ҡалала дүрт көн буйы барған “Евразия йөрәге” фестиваленә йомғаҡ яһалған, милли проект сиктәрендә экспортты киңәйтеү мәсьәләләре яҡтыртылған.
3-сө бит тотошлай Балаҡатай районына арналған. Яҙмаларҙа төбәктә шәхси эшҡыуарлыҡ үҫеше, мәктәп төҙөлөшө, медицина ярҙамы торошо, мәҙәни тормош яҡтыртылған.
4-се биттә иғтибар үҙәгендә – Ауырғазы районы. Район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов менән әңгәмә баҫылған, төрлө өлкәлә халыҡты хеҙмәтләндереү эше яҡтыртылған.
5-се биттә Мостай Кәримгә тыуыуына 100 йыллыҡҡа бағышлап, әүҙем автор – яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов үҙенең мәҡәләһен тәҡдим иткән.
6-сы биттә “Белем һәм тәрбиә” махсус сығарылышы урын алған. Ундағы яҙмалар Ейәнсура, Туймазы, Балтас тарафтарына ҡағылған.
7-се биттә мәғлүмәти белдереү баҫылып сыҡҡан.
8-се бит яҙмалары “Рухиәт” исеме менән берләштерелгән. Бында Бүздәк, Саҡмағош, Әлшәй яҡтарында мәҙәни тормош торошо тураһындағы мәҡәләләр донъя күргән.