Бөгөнгө һандың 1-се бите Сибай ҡалаһынан Һөйөндөковтар ғаиләһе тураһында һүрәтләмә менән асыла. Мәҡәлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнала.
Шулай уҡ гәзиттең 6-сы битендәге яҙмалар ҙа ошо матур байрамды сағылдыра. Был биттә Учалы һәм Әбйәлил райондарында йәшәгән һоҡланғыс ғаиләләр тураһында мәҡәләләр урын алған.
2-се биттәге төп мәҡәләлә Өфөлә легендар комдив Шайморатовҡа һәйкәл асыу һәм әлеге Совет майҙаны урынында яңы парк төҙөүгә бәйле саралар тураһында һүҙ алып барыла.
3-сө биттә Ауырғазы районының социаль-иҡтисади, мәҙәни тормошо, халыҡтың көнитмеше яҡтыртылған.
4-се биттә Баҡалы районының “Яҡты Шишмә” ауыл хужалығы йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышырға мөмкин. Татарстанда йәшәгән автор Зәүхиә Ҡәҙербәкова пассажирҙар ташыу, был тармаҡҡа хас көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә.
5-се биттә Учалы районында “Урындағы башлағыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы алып барылған эштәр һәм “Майайҙа, йөҙ йыл элек” булған ваҡиғалар яҡтыртылған.
7-се биттә “Нисек йәшәйһең, ауыл?” рубрикаһы аҫтында Баймаҡ районы Байыш ауылының үткәне һәм бөгөнгөһө менән танышырға мөмкин.
8-9-сы биттәрҙә Халыҡ-ара кооперация көнөнә арналған мәҡәләләр – Учалы, Мәләүез һәм Бишбүләк райондары уңғандары тураһында яҙмалар урын алған.
10-сы биттә Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов менән әңгәмә баҫылған.
11-се биттә Салауат Юлаев хаҡындағы яҙманың дауамы бирелгән.
12-се биттә Барый Ноғомановтың “Мин уйнармын, һин йырларһың...” тигән повесынан өҙөк тәҡдим ителгән.
13-сө биттә ял сәғәттәрендә сисер өсөн сканворд бирелгән, 14-се биттә – киләһе аҙнаға телевидение программаһы.
15-се биттәге “Сәләмәт булайыҡ!” махсус сығарылышында был юлы туҡланыу, сынығыу ҡағиҙәләре бирелгән.
16-сы биттәге “Йома ҡунағы” рубрикаһында яҙыусы, шағир, күп йырҙар авторы Миҙхәт Әбделмәнов менән әңгәмә баҫылған.