Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2019, 11:56

Был – беҙҙең бурыс

Һайлау тигәс, алыҫта ҡалған бала сағым, әсәйемдең дәртләнеп уға әҙерләнгән сағы иҫкә төшә. Был көндө ул иң матур кейемен кейер ине. Бала сағы ауыр заманға тура килеп, белем алыу эләкмәһә лә, һайлауҙың мөһим сара икәнен яҡшы аңланы. Уның менән беҙ ҙә барабыҙ. Клуб янында күңелле: концерт күрһәтәләр, тәмлекәстәр һаталар.

Алда торған һайлауҙың мөһимлеген бик яҡшы төшөнәм. Үҙ республикамдың һәм илемдең гражданы булараҡ, һайлауға барыу – минең бурысым. Өҫтәүенә миңә киләсәгебеҙ, республикабыҙ яҙмышы үтә ҡәҙерле. Беҙгә бит төбәк Башлығын – яҡындағы бер нисә йыл дауамында республикаға идара итәсәк кешене һайларға кәрәк.
Был көндө беҙ республикабыҙ яҙмышын хәл итәбеҙ. Төбәк иҡтисадын күтәрерҙәй, лайыҡлы, тырыш, халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәгән, бөтә проблемаларҙы күрә белгән һәм шунда уҡ хәл итергә тырышҡан кешене һайларға тейешбеҙ.
Читайте нас: