Бөтә яңылыҡтар
27 Ғинуар 2020, 16:55

Владимир Путин нацистарҙың енәйәте тураһында

“Холокост – донъя тарихында иң шомло һәм ҡара биттәрҙең береһе, – тине Президент. – Нацистарҙың һәм уларҙың ҡуштандарының енәйәттәрен онотоу, ярлыҡау юҡ".

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар ҡылған енәйәттәрҙең күптәнгелек срогы юҡ, киләсәк быуындар шул осорҙағы ваҡиғаларҙы онотмаҫҡа, хәҡиҡәтте һаҡларға тейеш, тип белдерҙе.
Дәүләт башлығының холокост ҡорбандарына арналған “Иҫтәлек һаҡлаусы” мемориаль кисәһендә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәте Кремлдең сайтында донъя күрҙе. “Холокост – донъя тарихында иң шомло һәм ҡара биттәрҙең береһе, – тине Президент. – Нацистарҙың һәм уларҙың ҡуштандарының енәйәттәрен онотоу, ярлыҡау юҡ. Был ваҡиғаларҙы йомоп ҡалдырырға, тарихты ҡайтанан яҙыуға юл ҡуйырға ярамай”.
Рәсәй лидеры билдәләүенсә, Икенсе донъя һуғышында миллиондарса ҡорбандар, Ҡыҙыл Армияның Еңеү яулап, бөтә халыҡтарҙы фашизм ҡоллоғонан азат итеүе тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлау – һәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы.
“Газ камераларында тонсоҡторолған, концлагерҙарҙа һәм геттоларҙа яфалап үлтерелгән, ауырыуҙарҙан һәм аслыҡтан интегеп үлгән миллиондарса кеше хаҡындағы, ошо ҡот осҡос яуызлыҡҡа тап Ҡыҙыл Армияның кәртә ҡуйыуы тураһындағы хәҡиҡәтте һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыу – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ”, – тине Владимир Путин.
Фото: russian.rt.com
Читайте нас: