Совет ғәскәрҙәре фашист илбаҫарҙарын Сталинград алышында ҡыйратҡан көнгә 75 йыл тулды. Ошо уңайҙан Этҡол моделле ауыл китапханаһында “Сталинград-200 ҡаһарманлыҡ көнө” тип аталған батырлыҡ сәғәте булды.
Китапханасы Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Сталинград ҡалаһы өсөн барған алыштың иң ҙур, иң ҡан ҡойошло аяныслы ваҡиға икәнлеген һөйләне. Был афәттең ни рәүешле ҡурҡыныс булғанлығын күҙ алдына килтереү өсөн “Сталинград һуғышы. Бөйөк Ватан һуғышы 1941 – 1945” тигән темаға видеороликтар күрһәтелде.
Ошо ҡанлы алышта Этҡол ауылынан да ҡатнашыусылар була. Улар тураһындағы мәғлүмәт менән Башҡорт кадет корпусының география уҡытыусыһы, эҙәрмән, ауылдашыбыҙ Юнир Йосоп улы Ғарифуллин эшләгән презентация аша таныштырҙылар. Сталинград һуғышында ҡатнашҡан ауылдашыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Усман Тимерйән улы Ғарифуллиндың иҫтәлектәре менән улы Рәсүл уртаҡлашты.
Сараның төп геройы, емерелгән Сталинградтың тере шаһиты Йәмилә Рәхмәтуллинаның иҫтәлектәре бер кемде лә тулҡынландырмай ҡалмағандыр. 16 йәш тә тулып өлгөрмәгән ҡыҙға, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған халыҡ менән бергә, емереклектәрҙән торған ҡаланы тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Ул 1943 йылдың июнь айында ғазаптарҙан һәм михнәттәрҙән торған оло юлға сыға.
“Ишембайҙа беҙҙе вагондарға ултырттылар. Һәр станцияла өҫтәлә барып, 300 кешегә еттек, юлда 22 көн үтте. Сталинградҡа яҡынлашҡан һайын донъяны ҡараңғылыҡ ҡаплай барған һымаҡ. Килеп етеп, вагондарҙан төшкәс, үҙебеҙҙе үлем усағында һымаҡ тойҙоҡ. Бөтә донъя ҡап-ҡара күмер, кеше ите еҫе аңҡый. Беҙҙе тик Павлов йорто ғына ҡаршыланы”, – тип хәтерләй Йәмилә инәй.
Уларға емереклектәрҙе таҙартырға, кеше һөйәктәрен йыйырға, тракторҙар заводында тимер иретеү эштәрендә ҡатнашырға тура килә. “Меңәрләгән мәйеттән тиф ауырыуы таралды. Ҡыҙҙар бер-бер артлы үлә башланы. Минең оҙон сәсемде ҡырып ташланылар, кешеләрҙән йәшенеп кенә ситкә китеп иланым. Концлагерь кешеләренә оҡшап киттек: таҡыр баш, ябыҡ кәүҙә. Кеше үлмәгәс, үлмәй икән. Мин бер аҙҙан ҡыйыуландым, руссаға ла өйрәндем”, – тип хәтер йомғағын һүтте Йәмилә инәйебеҙ. Ул, тиф ауырыуы эләктереп, 1945 йылдың апрель айында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Тормошҡа сығып, алты балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән 90 йәшлек хеҙмәт ветераны Йәмилә инәй Рәхмәтуллина әлеге көндә – ауылыбыҙҙың иң хөрмәтле кешеләренең береһе.
Шулай уҡ сараға Юнир Йосоп улы Этҡол ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған ҡурайҙы алып килде, мауыҡтырғыс итеп уның тарихын һөйләне.
Ауылдашыбыҙ, Сталинград һуғышында ҡатнашҡан Усман Ғарифуллин данлыҡлы ҡурайсы булған. Һуғышҡа үҙенең ҡурайын алып киткән. Икенсе ауылдашыбыҙ, һуғыш ветераны Байморат Әйүпов һуғыштан ҡайтҡас, былай тип һөйләгән: “Һуғышта ҡорал етмәгән ваҡыт, Усман ҡурайын мылтыҡ итеп тотоп алыр ҙа һөжүмгә йүгерер ине”. Усман бабай үҙенең ҡурайын юғалтҡандыр инде, аптырап тормаған, бәреп төшөрөлгән фашист самолетының бер торбаһынан ҡурай эшләп алған. Усман олатай ошо еҙ ҡурай менән яу яландарын үтеп, 1944 йылда яраланып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан. 1945 йылдың 9 майында шатлыҡлы хәбәр ишеткәс, Ҡыҙҙар тауына менеп, дүрт сәғәт буйына ҡурай уйнап, Еңеүгә мәҙхиә яңғыратҡан.
Ә инде китапханабыҙҙың тоғро дуҫтары Файза Әйүпова – “Сталинград һаҡсыһы” шиғырын һөйләп, Тәнзилә Аҫылгәрәева “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” йырын башҡарып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙе тағы ла бер тапҡыр күҙ алдына баҫтырҙы.