Бөтә яңылыҡтар
18 Март 2022, 10:44

Учалының ҡаһарман улы

Батыр бабайыбыҙҙың наградаһы 77 йылдан һуң үҙ эйәһен тапты.

ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Былтырғы йыл аҙағында Учалы районының Көсөк ауылында йәшәгән Ҡунаҡбаевтар ғаиләһе хат алып, ҡыуаныслы, шул уҡ ваҡытта үтә тулҡынландырғыс мәл кисерҙе: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡултамғаһы менән раҫланған танытма һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 77 йыл үткәс, үҙенең эйәһен килеп тапты. Был – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәтҡулла Нух улы Ҡунаҡбаевҡа тапшырылмай ҡалған награда.

 

“Тылда ашап ятҡым килмәй...”

 

Көсөк ауылын батырҙар төйәге тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Есаул Көсөк Мортазин, Муса Мортазин, Зияф Таһировтарҙың тыуған ауылы бит ул.

Минең бабайым Фәтҡулла Ҡунаҡбаев 1923 йылда уҡымышлы Нух олатайҙың икенсе улы булып донъяға килгән. Уҡымышлы тип юҡҡа әйтмәйем, Нух олатай ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән, ә беренсе улы – Ғаһит бабай, Аһылай, Баттал ауылы балаларына белем биреп, уҡытыусы булып хаҡлы ялға сыға. Фәтҡулла бабайым мәктәптә яҡшы уҡый, егет ҡорона еткәс, иҫәп-хисапты яҡшы белгәнгә күрә, уны “Ударсы” колхозына бригадир-иҫәпсе итеп ҡуялар.

Фашист илбаҫарҙары илебеҙгә һуғыш асҡас, 1942 йылдың 4 июлендә 19 йәшлек Фәтҡулланы фронтҡа оҙаталар. Әйткәндәй, Көсөк ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 57 ир-егет алына, уларҙың 34-е батырҙарса һәләк була йә хәбәрһеҙ юғала, ә 23-ө, Еңеү яулап, тыуған яғына иҫән-һау ҡайта.

Фәтҡулла Нух улы 539-сы уҡсылар полкында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 8 июлендә Смоленск өлкәһенең Йәшел сауҡалыҡ ауылы өсөн барған бәрелештә беренсе тапҡыр яралана. 1943 йылдың 5 июлендә Орел өлкәһе Протасово ауылын азат иткәндә икенсе мәртәбә яра ала. Һуғыш яланында аҙым һайын үлем һағалай: 1943 йылдың 19 октябрендә Белорус фронты составында Десна йылғаһын кисеп сыҡҡан ваҡытта өсөнсөгә яралана. Десна йылғаһын кисеп сығып, дошман позицияларын юҡ итеүҙә күрһәткән ҡыйыулығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә. Награда ҡағыҙы 539-сы уҡсылар полкы командиры, полковник Гречко һәм штаб начальнигы майор Захватовтың ҡултамғаһы менән раҫланған.

1943 йылдың аҙағында Белоруссияның Хотимск ҡалаһын  азат иткәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 108-се уҡсылар дивизияһы составындағы 539-сы полктың пулеметсылар командиры сержант Фәтҡулла Ҡунаҡбаев II дәрәжә Ватан һуғышы орденына тәҡдим ителә, һуңынан ул яугиргә тапшырыла.

1944 йылдың февралендә дивизияның кесе командиры, сержант Фәтҡулла Ҡунаҡбаевты Һарытау ҡалаһындағы йәйәүле ғәскәрҙәр училищеһына тиҙләтелгән офицерҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәрәләр. Аҙна-ун көн уҡығандан һуң, рапорт яҙып, кире һуғышҡа инә. Аңлатмаһында былай тип яҙа: “Миңә иптәштәрем алдында оят, һуғыш бөтөп килә, минең тылда бушлай ашап ятҡым килмәй”.

 

Уның Ҡыҙыл Йондоҙ тарихы

 

Шулай итеп, ул Балтик буйы фронты составында һуғышты дауам итә. Эстония өсөн барған алыштарҙа Синимяэ тауҙарында ҡаты бәрелеш була. Немецтар беҙҙекеләрҙең һөжүмен ҡағырға тырыша. Ике яҡтан 200 меңгә яҡын юғалтыу кисерәләр. Немецтар бик күп юғалтыуҙарҙан һуң 110-сы бейеклекте ҡалдырып, Кенигсберг яғына сигенә. Ошо ҡаты алышта Фәтҡулла Ҡунаҡбаев үҙенең пулеметы менән дошмандың ут нөктәһен, 11 фашисты юҡ итә һәм бейеклекте алыуға тос өлөш индерә. Ҡаты һөжүмдән һуң 199-сы уҡсылар полкы командиры подполковник “Фәтҡулла Нух улы Локтев Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ” тип рапорт яҙа.

Артабан Фәтҡулла бабайым Кенигсберг ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша. Ошо нығытма өсөн барған бәрелештәрҙең береһендә дүртенсе тапҡыр, был юлы инде ҡаты яралана, уң күҙен юғалта. Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршылай. Һуғыштан 2-се төркөм Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды булып демобилизациялана.  Тыуған ауылына орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә яугир. Ошо наградалар араһында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ғына булмай. Үкенескә ҡаршы, награда ҡағыҙын тултырғанда исемендә хата ебәрәләр, шул сәбәпле орден эйәһенә тапшырылмай ҡала. Йәшәгән районы, ауылы тулыһынса дөрөҫ яҙылған, ә  исемен Фәтҡулла урынына яңылыш Фәтих тип яҙып ебәргәндәр.

Бер мәл Фәтҡулла бабайымдың улы Рәсих, “Халыҡ батырлығы” берләштерелгән мәғлүмәт базаһына, йәғни  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы документтарҙың электрон йыйылмаһы сайтына инеп, атаһының исем-шәрифен, уның фронтҡа алынған урынын, йылын, ниндәй алыштарҙа ҡатнашыуын яҙып элә. Тырышлығы бушҡа булмай: унда ветерандың  Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән  бүләкләнеүе тураһында мөһим мәғлүмәткә юлыға. Уның нигеҙендә тейешле урынға запрос ебәрәләр һәм атайҙарының наградаһын юллап алалар. Һуғыш ветеранының үҙенә генә был ҡыуаныслы көндәрҙе күрергә яҙманы шул. Ә бит ул һуғыш ваҡытында орденға тәҡдим ителеүен белеп йәшәй, яу йылдары тураһында хәтирәләрендә орден менән бүләкләнеүе тураһында һөйләгән була. Ни сәбәп менән бирелмәй ҡалғанын ғына аңламай ул.

 

Уның ҡулы теймәгән йорт-ҡура юҡ

 

Һуғыштан һуң Фәтҡулла Ҡунаҡбаев колхоз эшенә сума, хисапсы эшен дауам итә. 1946 йылда Зәйнәкәй ауылынан Ғәлимйән олатайҙың өлкән ҡыҙы Әсмәгә өйләнә. Матур итеп донъя көтә башлайҙар. Хәләл ефете ауыл магазинында һатыусы булып эшләй, сауҙа өлкәһендә оҙаҡ йылдар лайыҡлы хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Колхоздарҙы берләштереп, “Байрамғол” совхозы ойошторолғас, Фәтҡулла бабайым 8-се фермала балта оҫтаһы булып эшләй. Ҡайныһы Ғәлимйән олатай кеүек Фәтҡулла ла ҡул эштәренә оҫта була, арба, сана, етәкселәргә кашауайҙар эшләп бирә, тәгәрмәс тарта. Бесән ваҡытында тырма-һәнәк, салғыларға һаптар ҡуйыу менән шөғөлләнә. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарға семәрләп һандыҡ, көйәнтәләр яһай, тәҙрә рамдары эшләй. Ғөмүмән, ул заманда төҙөлгән өйҙәр араһында уның ҡулы теймәгән йорт-ҡура юҡтыр тиһәм, ауылдаштары ҡаршы булмаҫ, моғайын.

Фәтҡулла бабайым менән Әсмә әбейем туғыҙ балаға: өс малай, алты ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Донъя булғас, ҡайғы-хәсрәт тә урап үтмәй: Венер менән Гөлсәсәк туғандарым был яҡты донъяны иртә ташлап китте. Өлкән улдары Фәтих ағай, Германияла булып, Чехословакия фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнашып, атаһы кеүек яраланып ҡайтты. Белорет металлургия заводында 37 йыл сым һуҙыусы булып эшләне. Зәкиә апай ғүмер буйы фельдшер булды. Флүрә апай техник контроль бүлегендә контролер вазифаһын башҡарҙы. Рәсих ағай – иретеп-йәбештереүсе. Мөнирә апай менән Лүзә туғаным ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерҙе, ә Венера – Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында штукатур-биҙәкләүсе, “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бөгөн уларҙың барыһы ла хаҡлы ялда.

– Атайым шул тиклем бала йәнле кеше булды. Иртән торғас, йоҡлап ятҡан балаларының эргәһенә килеп, барыһын да барлап сыға торғайны. Беҙ ашап тормайынса, өҫтәл янына ултырманы, – тип хәтерләй ҡыҙы Флүрә.

– Атайым һуғыш тураһында кино ҡарарға, яу юлдарын иҫләргә яратманы. “Мин күргән-кисергәнде һеҙгә бер ваҡытта ла  күрергә яҙмаһын, балалар”, – тип әйтер ҙә, икенсе эш менән булышҡан булып, тороп китер ине, – былары Рәсих ағайҙың хәтирәләренән.

Фәтҡулла бабайым менән Әсмә әбейем 50 йылға яҡын татыу ғүмер кисерҙе ауылда, үрнәк булып йәшәне. Бабайым оҙаҡ ауырығандан һуң, 1995 йылда, 72 йәшендә вафат булды. Әсмә әбейем 2018 йылда 94 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Йәндәре йәннәттә булһын. Балалары, килен-кейәүҙәре хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарап, матур итеп донъя көтә. Бына шулай, быуындар сылбыры өҙөлмәй, батыр бабайыбыҙ хаҡында яҡты хәтер онотолмай.

Нәҡип ӘЙҮПОВ.

Учалы районы,

Озерный ауылы.

Читайте нас: