1942 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумының һәм республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағы тантаналы рәүештә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тапшырыла. Был тарихи ваҡиғаға 80 йыл тулды.
Ул саҡта, 1942 йылдың мартында, Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимовтың ҡулынан байраҡ алғанда дивизия командиры, полковник Миңлеғәле Шайморатов былай ти: “Беҙ халҡыбыҙҙың ышанысын аҡлаясаҡбыҙ. Һуңғы тамсы ҡаныбыҙға тиклем дошман менән батырҙарса көрәшәсәкбеҙ һәм Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!”
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре антын намыҫлы һәм ҡаһармандарса үтәй. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең ғәскәр Берлинға тиклем барып еткән берҙән-бер милли кавалерия дивизияһы була.
СССР Дәүләт оборона комитетының 1941 йылдың 13 ноябрендәге 894/сс ҡарарына ярашлы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының 1941 йылдың 17 ноябрендәге “Урындағы милләттән ике кавалерия дивизияһын төҙөү тураһында”ғы Ҡарары нигеҙендә 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы барлыҡҡа килә һәм тулыһынса республиканың кешеләре һәм матди сығанаҡтары менән тәьмин ителә.
Дивизия Дондан алып Эльбаға тиклем дүрт мең километрҙан ашыу юл үтә һәм “Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы” тигән маҡтаулы исем ала. Уның байрағын Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм II дәрәжә Кутузов ордендары биҙәй. Дивизияның дүрт мең яугире орден һәм миҙалдар менән наградлана, 78 яугиргә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, биш кеше Дан орденының тулы кавалеры була. Ә инде 2020 йылда генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа, үлгәндән һуң, Рәсәй Президенты указы менән Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.
Республиканың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе, Башҡортостандың Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев белдереүенсә, был беҙҙең тарихтағы мөһим көндәрҙең береһе булып тора.
– 1942 йылдың 22 мартында Дим станцияһында һуғышҡа оҙатыр алдынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡортостандың Юғары Советы Президиумының байрағын тапшырыу ваҡиғаһы – мөһим тарихи көндәрҙең береһе ул. Уның әһәмиәте тағы ла шунда – байраҡ бөтә һуғышты үтеп, тыуған еребеҙгә кире әйләнеп ҡайта. Тәүҙә ул Мәскәүҙә СССР Оборона министрлығының музейында һаҡлана. 1960 йылда республикаға тапшыралар. Бөгөн – Башҡортостандың Милли музейында. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағы республикабыҙҙы берләштереүсе һәм фашизмды еңеү билдәһе булып тора.
Бөгөн дә ата-бабаларыбыҙҙың идеяларына, тарихыбыҙға тоғро ҡалып, батырлыҡтарын иҫкә төшөрөп, киләсәк быуында илһөйәрлек тәрбиәләргә тейешбеҙ. Байраҡ – беҙҙең халыҡтарҙы берләштереүсе, ойоштороусы.
Башҡортостандың Милли китапханаһы “Беҙ иҫләйбеҙ” акцияһын иғлан итте. Республикабыҙҙың бар китапханаларында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын, уның яугирҙәрен иҫкә алыуға бағышланған саралар уҙа, был хаҡта мәғлүмәт социаль селтәрҙәр аша таратыла, – тине Марат Миңлеғәле улы.
Иҫтәлекле көн айҡанлы үткәрелгән сара 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында булды. Был турала музей директоры Фәриҙә Йосопова хәбәр итте.
– 80 йыл элек, 1942 йылдың 22 мартында, Дим станцияһында тарихи ваҡиға була: тантаналы рәүештә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, полковник Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовҡа Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Кирәй улы Ибраһимов байраҡ һәм Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы грамотаһын тапшыра.
Был дивизияның буласаҡ яугирҙәре һәм Башҡортостан Хөкүмәте өсөн мөһим ваҡиға була, сөнки байраҡ Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 23 йыл тулған көндә тапшырыла.
Ошо юбилей датаһына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы уҡыусылар һәм студенттар өсөн “Ҡыҙыл флаг аҫтында – Еңеүгә” тигән мәҙәни-мәғрифәти сара әҙерләне. Унда дивизияның музейҙа һаҡланған 1947 йылғы фотоальбомының электрон версияһы менән таныштырҙыҡ. Фотоальбомды электрон версияға күсереү – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм республика Хәрби Дан музейҙарының бергә атҡарған эше, – тине ул.
Ошо иҫтәлекле көн айҡанлы онлайн форматта “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сараны Башҡортостандың Милли музейы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо, шулай уҡ унда республиканың башҡа музейҙарынан да әүҙем ҡатнаштылар.
Рәмил РӘХИМОВ, Рәсәй Хәрби-тарихи йәмғиәтенең республика бүлексәһе етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты:
– 80 йыл элек, 1942 йылда, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Дим станцияһында Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумынан ике телдә яҙылған һәм Башҡорт АССР-ының гербы төшөрөлгән шефлыҡ байрағын ала. Уның менән дивизия Бөйөк Ватан һуғышына китә, ҡаһармандарса алыша. Нәҡ ошо байраҡ менән Дебальцевола рейдта була. Миңлеғәле Шайморатовтың бойороғо буйынса уны һаҡлап ҡалыуға ирешәләр. Байраҡ бөтә яуҙарҙа булып, Берлинғаса алып барып еткерелә. Нимәһе ҡыҙыҡ, 1944 йылда Башҡорт кавалерия дивизияһында ике – Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумынан шефлыҡ һәм 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы байраҡтары була.
Байраҡтың барлыҡҡа килеү тарихы ябай түгел. Дәүләт оборона комитеты милли частар булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткәс, шунда уҡ уларҙы төҙөгән республикаларҙың флагтарын бирергә ҡарар ителә. Шуға ла беҙгә Башҡорт, Ҡалмыҡ һәм Ҡабарҙа-Балҡар дивизияларының хәрби байраҡтары билдәле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡалмыҡ менән Ҡабарҙа-Балҡар дивизиялары һуғыштың аҙағынаса етә алмай. Улар хәрби операциялар ваҡытында күп яугирҙәрен юғалта, ә Башҡорт кавалерия дивизияһы тыуған республикабыҙҙа бирелгән ошо байраҡ аҫтында бөтә һуғышты үтә.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы исеменән бирелгән байраҡ әле Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана. Ул беҙҙең өсөн – изге ҡомартҡы, яугирҙәребеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ҡаһарманлығы тураһында хәтерләтеп тора.
Милли музейҙа легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы флагы һаҡланыуы менән ифрат ғорурланабыҙ.
Рәмилә МУСИНА.