Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
26 Август , 19:00

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына ниндәй программа көтөлә?

Өфөнөң юбилейына арналған саралар бик күп һәм төрлө булыуы көтөлә. Ошо аҙна аҙағына баш ҡалабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтарына бай мәҙәни программа тәҡдим ителә. 

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына ниндәй программа көтөлә?
Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына ниндәй программа көтөлә?

30 август – Арт-квадрат"та көндөҙгө сәғәт 3-тә өс көнлөк “Әйҙә-фест” урам театрҙары фестивале асыла. Баш ҡаланың ете районындағы майҙандарҙа 40-тан ашыу тамаша ҡарарға мөмкин.

“Ҡашҡаҙан” паркында 1 сентябргә ҡәҙәре “Виноград” гастрономия фестивале дауам итә.

Бөтә Рәсәй “Өфө яңғырай!” фестивале сараларына ярашлы, Рус драма театры янында кистәрен тынлы оркестрҙар сығыш яһай. Коллективтар патриотик йүнәлешле әҫәрҙәр уйнап ишеттерә.

“Торатау” конгресс-холы амфитеатрында 30 август, киске сәғәт 7-лә “Евразия йөрәге” фестивале башлана. Беренсе көндә – үҙебеҙҙең артистар, Pizza һәм “Харизма” (Беларусь) төркөмдәре, Ваня Дмитриенко һәм Алексей Воробьев, 31 августа – Элвин Грей, “Zainetdin” этно-проекты, Алһыу,  HammAli & Navai. Фестиваль Николай Басковтың сығышы менән тамамлана.

Юбилей сараларының төп көнөндә, 31 августа, көндөҙгө 12-лә “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы янында “Ваҡыт капсулаһы” һалыу тантанаһы үткәрелә.

Шул уҡ ваҡытта Рус драма театры майҙанында ҡала фестивале башлана. Ете райондың һәр береһе үҙ программаһын әҙерләй. “Өфөгә дан йырлап” тигән киске концерт махсус конкурста еңеп сыҡҡан йыр менән асыла. Уны “Мираҫ” ансамбленең хоры менән Ҡала мәҙәниәт һарайының йыр театры солистары башҡара. Бынан тыш, тамашала Милли гвардия оркестры һәм йырсылары, Екатерина Гусева, Дмитрий Харатьян һәм Олег Газмановтар ҡатнаша.

Көндөҙгө 12-нән киске 5-кә тиклем “Дим”, “Беренсе Май” һәм “Тулҡын” парктарында район саралары ойошторола.

“Мотор төҙөүселәр” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда үтә торған сарала Полина Гагарина сығыш яһай. Ул гонорарҙың бер өлөшөн МХО-лағы яугирҙәргә ярҙамға йүнәлтергә тигән фекерен белдерҙе, концертта ҡатнашыусыларҙың күбеһе уны хупланы.

Мәғлүмәт сығанағы: gorodufa.ru/about/info/news/

 

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына ниндәй программа көтөлә?
Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына ниндәй программа көтөлә?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: