Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
26 Август , 22:30

Ниндәй урамдар ябыла?

Юбилей саралары айҡанлы юл хәрәкәтендә сикләүҙәр була. Баш ҡала буйлап йөрөү юлдарын күҙаллап ҡуйығыҙ!

Ниндәй урамдар ябыла?
Ниндәй урамдар ябыла?

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей саралары үткәрелеү айҡанлы, 30 һәм 31 августа трансорт хәрәкәтендә сикләүҙәр көтөлә. Улар түбәндәгеләр:

30 авгусҡа ҡарай төндә, сәғәт 1-ҙән башлап 1 сентябргә ҡарай төндә, шул уҡ ваҡытҡа хәтлем, Октябрь проспекты тирәләй Көньяҡ үтеү юлынан Төньяҡ юлына ҡәҙәре өлөш ябыла.

31-е көндө киске сәғәт 7-нән төн уртаһы еткәнгә, 23.59 сәғәткә тиклем, Октябрь проспектының Көньяҡ үтеү юлынан Төньяҡ үтеү юлына тиклемге өлөшө бикләнә.

Шулай уҡ 31-е, киске сәғәт 5-тән 23.59 сәғәткә ҡәҙәре – Беренсе Май урамының Машина төҙөүселәр һәм Коммунарҙар урамдарынан алып бер өлөшөнән; Орджоникидзе урамының Машина төҙөүселәр урамынан Хәкимов урамына ҡәҙәре өлөшөнән үтеп булмаҫ.

30, 31 августа – киске 5-тән алып төнгө 12-гә ҡәҙәре З. Вәлиди урамының Ғафури урамынан алып Аксаков урамына ҡәҙәр өлөшө ябыла.

31 август көнө киске 5-тән төнгө 12-гә тиклем Яңы таулы урамының Сайет-Ғәлиев урамынан Көньяҡ үтеү юлына тиклемге өлөшө бикләнә.

Сикләүҙәр ваҡытында йәмәғәт транспорты ла үҙгәртелгән схема буйынса йөрөйәсәк (һүрәттәрҙе ҡарағыҙ). Ян-яҡтағы ихаталарҙан сығыу юлдары ла ябылыуы ихтимал. Баш ҡала хакимиәте өфөләргә һәм ҡунаҡтарға йөрөү юлдарын алдан күҙаллап ҡуйырға кәңәш итә.

Сығанаҡ: gorodufa.ru/about/info/news/

Ниндәй урамдар ябыла?
Ниндәй урамдар ябыла?
Ниндәй урамдар ябыла?
Ниндәй урамдар ябыла?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: