Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
27 Август , 22:45

Өфөлә ҙур күргәҙмә асылды

Уны асыу тантанаһында төбәк етәксеһе лә ҡатнашты.

Өфөлә ҙур күргәҙмә асылды
Өфөлә ҙур күргәҙмә асылды

27 августа Башҡортостандың Милли музейында республика Башлығы Радий Хәбиров “Өфөлә Кремль йондоҙҙарының яҡтылығы. Владимир Нуждиндың гравюраларында һәм миниатюраларында Рәсәй тарихы” күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашты. Экспозиция баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арнала.

Рәссам Башҡортостан өсөн генерал Шайморатов миҙалы һәм ордены, Григорий Аксаков ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы билдәләренә заказдар үтәгән. Күргәҙмәне асыу хөрмәтенә Владимир Нуждин Башҡортостандың Милли музейына элек республика өсөн эшләгән эскиздарын, таш формаларын һәм иҫтәлекле билдәләр эшләү технологияһын бүләк итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмәлә тәҡдим ителгән эштәр менән танышты, рәссам менән аралашты.

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ Рәсәй анимацияһы тарихына һәм “Союзмультфильм” киностудияһына арналған күргәҙмәне ҡараны. Төбәк етәксеһе “Союзмультфильм”дың Башҡортостан өсөн мөһим партнер булыуын билдәләне. Төбәктең Мәҙәниәт министрлығы һәм киностудия анимация кластерын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.

Республика Башлығы шулай уҡ “Мәктәп туризмы” программаһы сиктәрендә  Милли музейҙа күргәҙмәләрҙе ҡарарға тәҡдим итергә кәрәклеген билдәләне.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: