Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
30 Август , 21:45

Был хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә мөһим

Үзбәкстандың Наманган өлкәһе менән артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен – сауҙа-иҡтисади үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүҙе һәм кооперация бәйләнештәрен үҫтереүҙе тикшерҙеләр.

Был хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә мөһим
Был хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә мөһим

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүҙә ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға килгән Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шавкатжон Абдуразаҡов менән осрашты. Яҡтар артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен – сауҙа-иҡтисади үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүҙе һәм кооперация бәйләнештәрен үҫтереүҙе тикшерҙе.

Осрашыу башында республика Башлығы Наманган өлкәһе делегацияһына Өфөгә сәфәре килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Һеҙгә ҡаланың 450 йыллығы уңайынан үткәрелгән юбилей сараларына килгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Башҡортостан менән Наманган өлкәһенең үҙ-ара мөнәсәбәттәре яҡшы темптар менән үҫешә. Дәүләт башлыҡтары Владимир Владимирович Путин һәм Шәүҡәт Миромонович Мирзиеев уҙғарған Рәсәй һәм Үзбәкстандың Төбәктәр советы был хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур этәргес бирҙе. Бынан тыш, май айында Өфөләге осрашыуҙа һеҙҙең менән бер нисә килешеүгә өлгәштек һәм әле улар уңышлы тормошҡа ашырыла.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән Наманган өлкәһе араһында тауар әйләнеше тотороҡло үҫешә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Шул уҡ ваҡытта бындай тенденцияны һаҡлап ҡалыу өсөн перспективалы проекттар ҙа бар.

Атап әйткәндә, Өфө районында сит ил партнерҙары менән үҙ-ара эш итеү өсөн “Евразия” агропаркы майҙансығын киңәйтеү буйынса һөйләшеүҙәр башланды. Ә “Башкирэнерго” компанияһы Намангандың электр бүлеү селтәрҙәре менән идара итеү буйынса үзбәк яғының тәҡдимен әҙерләй.

Берлектәге эш йүнәлештәре иҫәбендә – аҙыҡ-түлек тауарҙарын үҙ-ара поставкалауҙы киңәйтеү һәм еңел сәнәғәт өлкәһендә кооперация бәйләнештәрен булдырыу.

Был ниәттәр Башҡортостан менән Наманган өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү проектында сағылыш табасаҡ, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Яҡтар ошо документты әҙерләй башланы ла инде.

Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шавкатжон Абдуразаков Үзбәкстан Президенты Шәүҡәт Мирзиеев исеменән республика халҡын баш ҡаланың 450 йыллығы менән ҡотланы. Ул шулай уҡ республика менән үҙ-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

– Беҙҙең хеҙмәттәшлек дуҫтарса һәм конструктив мөхиттә үҫешә. Төбәк-ара сауҙа-иҡтисади, инвестиция һәм социаль-мәҙәни бәйләнештәр сифат яғынан яңы кимәлгә сыға, – тине ул. – Беҙ төҙөргә ниәтләгән Башҡортостан менән Наманган өлкәһе араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе артабан нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам.

Осрашыу барышында агросәнәғәт комплексында һәм сауҙа тармағында берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса килешеүҙәрҙе ғәмәлгә ашырыу барышын, туристик һәм мәҙәни алмашыу мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

Үзбәкстан яғы шулай уҡ төбәк-ара бизнес-миссиялар ойоштороуға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Наманган өлкәһе делегацияһын 2024 йылдың октябрендә Өфөгә килергә һәм “Легпром-2024” форум-күргәҙмәһендә ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: