Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
30 Август , 17:15

Өфөгә Абхазия Президенты Аслан Бжания килде

Ул Өфөнөң юбилейы айҡанлы сараларҙа ҡатнаша. 

Өфөгә Абхазия Президенты Аслан Бжания килде
Өфөгә Абхазия Президенты Аслан Бжания килде

30 августа Өфөгә рәсми визит менән Абхазия Республикаһы Президенты Аслан Бжания килде. “Өфө” аэропортында уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Баш ҡалабыҙҙа Абхазия Президенты Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша.

Сәфәр барышында республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу, башҡорт һәм Абхазия халыҡтарының дуҫлығын символлаштырған колоннаданың төҙөлөш майҙансығын ҡарау, шулай уҡ бер нисә социаль һәм мәҙәни объектҡа барыу ҡаралған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: