Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
30 Август , 14:45

"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!

Фестивалдә меңдән ашыу артист ҡатнаша. Өфөнән генә лә ете тынлы оркестр булыр тип көтөлә. Шулай уҡ Екатеринбург, Һамар, Пермь һәм Түбәнге Тагилдан оркестрҙар, Башҡортостан райондарынан оркестрҙар һәм барабансылар киләсәк.

"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!
"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!

Бөгөн Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған саралар башланды. Шуларҙың береһе – “Өфө яңғырай” Бөтә Рәсәй тынлы оркестрҙар фестивале. Ул бөгөн, 30 августа 18 сәғәттә Ҡала Советы ҡаршыһында Ленин исемендәге майҙанында үтәсәк.

Ошо сара айҡанлы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Шаляпин залында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Журналистар менән Пермь, Һамар, Екатеринбург, Түбәнге Тагил ҡалаларынан килгән тынлы оркестарҙарҙың дирижерҙары осташты. Шулай уҡ Өфө һәм Башҡортостан оркестрҙары вәкилдәре ҡатнашты. Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева асты.

– Барығыҙҙы ла баш ҡалабыҙҙың матур юбилейы менән ҡотлайым. “Өфө яңғырай” фестивален үткәреү өсөн беҙ бик күп тырышлыҡ һалдыҡ. Бөтә Рәсәй кимәлендәге был ҙур сара тәүге тапҡыр үткәрелә. Уны өфөләр ҙә, баш ҡала ҡунаҡтары ла яратыр тип ышанабыҙ. Фестивалдең Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналыуы мөһим. Ул киләһе йылдарҙа ла ойошторолор тип уйлайбыҙ,– тине ул.

Төрлө ҡалаларҙан килгән фестивалдә ҡатнашыусылар Өфө тамашасаһы өсөн нимә әҙерләгәнлеге тураһында һөйләне. Асыҡланыуынса, хәрби-патриотик йырҙар ҙа, классика ла, заманса музыка ла буласаҡ. Шулай уҡ йырсыларҙы, бейеүселәрҙе һәм оркестрҙы үҙ эсенә алған берлектәге ҙур шоу көтөлә.

Дөйөм алғанда, “Өфө яңғырай” фестивалендә меңдән ашыу артист ҡатнаша. Өфөнән генә лә ете тынлы оркестр булыр тип көтөлә. Шулай уҡ Екатеринбург, Һамар, Пермь һәм Түбәнге Тагилдан оркестрҙар, Башҡортостан райондарынан оркестрҙар һәм барабансылар киләсәк.

Сара һуңында фестивалдә ҡатнашҡан артистарға баш ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.

Әйткәндәй, фестиваль иртәгә лә дауам итә. Ул 15-30 сәғәттә шул уҡ урында башлана. Һәр теләгән кешене көтөп ҡалалар.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!
"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!
"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!
"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!
"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!
"Өфө яңғырай"ҙан ситтә ҡалмағыҙ!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: