Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
31 Август , 17:00

Бүләктәр өсөн рәхмәт, ҡунаҡтар!

Скульптур композициялар Еңеү паркында, Хәрби Дан музейы эргәһендә урынлаштырылды

Бүләктәр өсөн рәхмәт, ҡунаҡтар!
Бүләктәр өсөн рәхмәт, ҡунаҡтар!

Баш ҡалабыҙҙы юбилейы менән ҡотларға Донецк хакимиәте башлығы Алексей Кулемзин менән Луганск хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Яна Пащенко ла килде.

"Был беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Ҡунаҡтар матур бүләктәр менән килгән. Скульптур композициялар Еңеү паркында, Хәрби Дан музейы эргәһендә урынлаштырылды", - тип яҙа ҡала мэры Ратмир Мәүлиев.

Тимер раузалар – хәҙерге Донецк символдарының береһе. Металл буйынса рәссам Виктор Михалев тишелгән каска, янған пулеметтарҙан һәм мина ярсыҡтарынан нескә сәскәләр сүкегән.

"Рыцарь" скульптураһы - өфөләргә Луганск халҡынан бүләк. Ул беҙҙең ҡалалар араһында үҙ-ара ихтирам, бер-береңә ярҙам итеү, намыҫ һәм дәрәжәгә нигеҙләнгән мөнәсәбәттәрҙең үҫешен кәүҙәләндерә. Бындай ҡиммәттәр тап ысын рыцарҙарға хас, улар һүҙе бер ҡасан да эштән айырылмай...

Бүләктәр өсөн рәхмәт, ҡунаҡтар!

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас: