Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
31 Август , 22:30

Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан үҫә

Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты. Көн тәртибендә – иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса “юл картаһы” сараларын үтәү.

Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан үҫә
Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан үҫә

31 августа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты. Көн тәртибендә – иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса “юл картаһы” сараларын үтәү.

Осрашыуҙа тикшерелгән мөһим темалар иҫәбендә – агросәнәғәт өлкәһендә инвестиция проекттарын үҫтереү. Атап әйткәндә, һүҙ белорустарҙың “АМКОДОР” холдингы, Башҡортостанда стационар һәм күсмә иген киптереү комплекстары етештереү хаҡында барҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика ауыл хужалығы предприятиелары Белоруссияла етештерелгән техниканы әүҙем һатып ала.

– Биш йыл эсендә Башҡортостан аграрийҙары 56 миллиард һумға 16 меңдән ашыу берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алды. Шуның 14,2 миллиард һумы тик былтыр ғына. Техниканың күпселек өлөшө – белорустарҙыҡы, – тине Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. – Ошондай ҙур һорау менән файҙаланыу Белоруссия етештереүселәренең продукцияһын төбәк субсидиялау программаһына индереү менән дә аңлатыла.

Ауыл хужалығы техникаһы менән бәйле инвестиция проекттарынан тыш, яҡтар “Горожанин” маркалы тәпәш иҙәнле троллейбустар етештереүҙе үҫтереү перспективаларын да тикшерҙе. Өфө трамвай-троллейбус заводында “МАЗ” машинакомплекттарынан быйыл 300-ҙән ашыу машина йыйылды. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең күп төбәктәрендә бындай техникаға ихтыяж ҙур.

Эш осрашыуы сиктәрендә йәнә бер мөһим инвестиция проекты – Башҡортостан биләмәһендә аккумуляторҙар өсөн сепараторҙар етештереү тураһында һүҙ алып барылды. Завод ойоштороу өсөн потенциаль майҙансыҡтар араһында “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһен ҡарайҙар.

– Республикаға Белоруссия инвестицияларының яңы өлөшө килһен өсөн, был проектты төрлө яҡлап оҙатырға кәрәк, тип иҫәпләйем, – тип билдәләне Роман Головченко.

Осрашыуҙа шулай уҡ тормошҡа ашырылған проекттарҙы артабан үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Мәҫәлән, Белоруссия яғы “МАЗ” дилер үҙәктәре селтәрен киңәйтергә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.

– Ике йыл элек асылған үҙәк һатыу һәм машиналарҙы сервис хеҙмәтләндереүе буйынса бик яҡшы статистика күрһәтә. 300-ҙән ашыу техника берәмеге һатылған да инде. Шуға бәйле инвесторҙар төбәктә тағы ла бер майҙансыҡ асыу мөмкинлеген ҡарай, – тип аңлатты Роман Головченко.

Республика был башланғысты хуплар һәм ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтер, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

– Техник эште әҙерләгәндән һуң, яңы үҙәк төҙөү өсөн яраҡлы участка һайларбыҙ, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар иҡтисади күрһәткестәрҙең ыңғай динамика күрһәтеүен билдәләне. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь 6,3 процент өлөш менән төбәктең тышҡы сауҙа әйләнешендә дүртенсе урынды биләй. Роман Головченко ыңғай тенденцияны һаҡлап ҡалыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм яҡын арала хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөм ултырышын үткәрергә тәҡдим итте.

– Хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса “юл картаһы” саралары барышын ентекле тикшереү уртаҡ инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырырға ярҙам итәсәк. Белгестәр һәм эксперттар Башҡортостан етештереү һәм фәнни-технология үҙәге сифатында үҙ ролен әүҙем арттырһын өсөн яңы производстволар ойоштороу яғынан ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ өҫтәмә өлкәләрҙе билдәләне, – тине Роман Головченко.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында хеҙмәттәшлек буйынса эш төркөмөнөң сираттан тыш ултырышын уҙғарыу башланғысын хупланы һәм республика Хөкүмәтенә берлектәге инвестиция проекттарын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн кәрәкле бөтә материалдарҙы әҙерләргә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: