Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
31 Август , 20:30

Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!

Өфөләргә юбилей айҡанлы бүләк ителгән иң ҙур бүләк булды ул был һарай. 

Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!

Бөгөн яратҡан Өфөбөҙ үҙенең матур юбилейын – 450 йыллығын билдәләй. Ә байрам бүләкһеҙ буламы ни? Башҡортостан властары Өфө халҡына һәм республикаға үҙенсәлекле һәм бик кәрәкле объекттар бүләк итте. Шуларҙың береһе – Көрәш һарайы.

Бөгөн тантаналы шарттарҙа, ҙур ҡунаҡтар менән бергә уны асыу танатаһы булды. Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Абхазия, Белоруссия, Үзбәкстан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән ҙур етәкселәр ҡатнашты.

Көрәш һарайы асылыу менән халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара – ХII Халыҡ-ара “Рәсәй – спорт державаһы” форумын ҡабул итергә әҙерләнә башлай. Ошонда уҡ октябрҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культура һәм спорт буйынса Совет та үтәсәк. Яңы объектта халыҡ-ара чемпионаттар һәм кубоктар, Рәсәй чемпионаттары һәм төбәк киәмлендәге ҙур саралар үтәсәк.

Көрәш һарайы 2019 йылдың авгусында төҙөлә башлағайны. Бинаның дөйөм майҙаны – 28 мең квадрат метр. Уға 3400 тамашасыға иҫәпләнгән амфитеатр менән универсаль зал, спорт көрәше мәктәбе, 18 келәмгә биш зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, конференциялар залы, медицина-тергеҙеү үҙәге, шулай уҡ спа-комплекс һәм бассейн инә. Яңы спорт учреждениеһында көс көрәше һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк.

Көрәш һарайында республикала “Өфө-Арена”нан һуң һыйҙырышлылығы буйынса икенсе зал буласаҡ. Шуға күрә спорт үҙәге мәҙәни саралар үткәреү өсөн дә майҙансыҡҡа әүереләсәк. Бынан тыш тренажер залы, ресторан, ҡунаҡхана, психолог, методист кабинеттары буласаҡ.

Үҙенсәлекле комплекс төҙөү проекты сиктәрендә төҙөүселәр биләмәне лә төҙөкләндерҙе. Бында асыҡ спорт майҙансыҡтары һәм ял итеү зоналары, автотранспорт өсөн парковкалар, урамдарҙы яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары йыһазландырылған.

Көрәш һарайы эргәһендәге киңлектең мөһим элементы – грек-рим һәм ирекле көрәш, самбо, дзюдо һәм көрәш кеүек биш төрҙәге скульптура ансамбле. Көрәштең иң һөҙөмтәле элементтары – ырғытыуҙы сағылдырған атлеттарҙың һынын Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, скульптор Салауат Щербаков башҡарҙы. Ул бинаның барельефын да эшләгән, улар махсус яҡтыртыла.

Ҙур ҡунаҡтар Өфө халҡын байрам менән ҡотланы. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров республика халҡын Көрәш һарайы асылыуы менән ҡотланы һәм физик культураны һәм спортты артабан үҫтереүҙә яңы объекттың мөһим ролен билдәләне.

– Был ҡала һәм бөтә төбәк өсөн мөһим объект – бында төрлө спорт төрҙәре буйынса дәрестәр, төбәк, дөйөм Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар, күмәк мәҙәни саралар үтәсәк. 2024 йылдың октябрендә майҙансыҡты “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумын уҙғарыу өсөн йәлеп итеү күҙаллана, – тине Игорь Комаров. – Һис шикһеҙ, яңы заманса Көрәш һарайы ҡала халҡының һаулығын нығытыу һәм һәр кешенең потенциалын тормошҡа ашырыу буйынса дәүләт башлығы билдәләгән милли маҡсаттарға өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк. Бында яңы йондоҙҙар, беҙҙең киләсәк өмөттәребеҙ, ил һаҡсылары тәрбиәләнер, тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайын төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерҙе һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Мин үҙемдең тормошомда күп нәмә менән грек-рим көрәшенә бурыслымын – тренерыма һәм спортҡа бағышланған йылдарыма. Шул ваҡыттан алып тренерҙарға, бөйөк спортсыларға рәхмәт белдереү һәм йәштәр яҡшы, иҫ киткес Спорт һарайында шөғөлләнә алһын өсөн шарттар булдырыу хыялы барлыҡҡа килде. Башҡортостандың идара итеү командаһы көсө менән ошондай үҙенсәлекле объект төҙөнөк. Тәү сиратта был тренерҙарыбыҙға, спорт ветерандарына һәм бөйөк атлеттарыбыҙға хөрмәт күрһәтеү. Улар бөйөк илебеҙ – Советтар Союзы, һуңынан Рәсәй Федерацияһы байрағын яҡланы. Улар йәштәребеҙ өсөн өлгө булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан Хөкүмәтенә, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһына һәм ошо проектта ҡатнашҡан барлыҡ төҙөүселәргә рәхмәт әйткем килә. Көрәш һарайы – уникаль объект, беҙ уның менән ғорурланасаҡбыҙ.

Беларусь Премьер-министры Роман Головченко Көрәш һарайына Белоруссия спортсыһы, күп тапҡыр донъя һәм Олимпия уйындары чемпионы, көрәшсе Александр Медведевтан статуэтканы тапшырҙы.

– Бөгөн Башҡортостан спортсылары тормошонда – үҙенсәлекле көн. Бөйөк чемпиондар хәтерендә спорт оҫталығы серҙәренә төшөнгән беренсе залдары һәр саҡ ҡала, – тине Роман Головченко. – Башҡортостандан йәш атлеттарҙың спорт карьераһы һарайҙан башланасаҡ. Был, әлбиттә, күп нәмәгә этәрә. Ләкин был күркәм бинанан бик күп чемпиондар сығыр, тип ышанам.

Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Александр Медведевтан бүләк Көрәш һарайыда ойоштороласаҡ яңы музейында  тәүге экспонат буласаҡ.

Абхазия Президенты Аслан Бжания өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын ҡаланың юбилейы һәм яңы спорт объектын сафҡа индереү менән ҡотланы.

– Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллығы һәм Көрәш һарайы асылыу менән ихлас ҡотлайым. Ошо иҫ киткес майҙанда булыу миңә ҙур шатлыҡ һәм илһам килтерә. Көрәш һарайы бик күп яңы исемдәр бирер, тип ышанам, улар спорт ярыштарында балҡыр, Рәсәйҙе һәм һеҙҙең республиканы данлар, – тип билдәләне Аслан Бжания. – Абхазия халҡынан һеҙгә ҙур сәләм әйтәм. Ошо иҫ киткес һарайҙа шөғөлләнәсәк спортсыларҙың беҙгә ҡунаҡҡа килеүен теләйбеҙ. Башҡортостан менән Абхазияның артабанғы уңышлы хеҙмәттәшлегенә ышанам.

Ҡаҙағстандың Сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Ҡанат Шарлапаев яңы Көрәш һарайы асылыуы Башҡортостан халыҡтарының йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса матур йолаларын дауам итәсәк тине.

Статс-секретарь – Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Александр Никитин төбәк идара итеү командаһының физкультура һәм спорт үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы.

– Үҙенең юбилейына Өфө һиҙелерлек үҙгәрҙе һәм матурланды. Көрәш һарайы – ысын сәнғәт әҫәре – ҡала биҙәктәренең береһе булыуы ҡыуандыра. Уңайлы һәм заманса комплекстың буласаҡ чемпиондар һәм һәүәҫкәр спортсылар шөғөлләнәсәк урынға әйләнәсәге бик мөһим. Республика етәкселегенә һәм был объектты төҙөүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт, – тип билдәләне Александр Никитин. – Бындай комплекстар төҙөү – физкультура хәрәкәтен, балалар һәм үҫмерҙәр спортын, шулай уҡ юғары ҡаҙанышлы спортты үҫтереүгә тос өлөш индереү ул.

Шулай уҡ Өфөләрҙе юбилей һәм Көрәш һарайы асылыуы менән Үзбәкстандың Наганман өлкәһе хакимы Шавкатжон Абдуразаҡов, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, Рәсәйҙең дзюдо федерацияһы президенты Сергей Соловейчик, Рәсәйҙең самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев һәм башҡалар ҡотланы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

 

Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Донъяла бындай көрәш һарайы юҡ!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: