Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
31 Август , 13:00

Хәтер - мәңгелек

Өфөнөң 450 йыллығы хөрмәтенә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалдылар

Хәтер -  мәңгелек
Хәтер - мәңгелек

31 августа Өфөнөң 450 йыллығы хөрмәтенә республиканың баш ҡалаһының почётлы ҡунаҡтары – Абхазия Президенты Аслан Бжания, Беларусь Премьер-министры Роман Головченко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Ватан өсөн башын һалған Башҡортостан улдары тураһындағы хәтерҙе ҙурлап, шулай уҡ Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хокимы Шавкат Абдуразаков, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цицикар ҡалаһы халыҡ хөкүмәте мэры урынбаҫары Сунь Хэн һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре илтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөнөң яңыртылған Совет майҙанындағы һәйкәл 2022 йылдың 11 октябрендә асылды. Скульптур композиция Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында батырлыҡ күрһәткән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына һәм Тыуған ил өсөн һәләк булған барлыҡ ватандаштарыбыҙға бағышлана. Һәйкәлдең авторы – тамырҙары менән Башҡортостандан булған яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: