Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
31 Август , 19:30

Олег Газмановҡа – Халыҡтар дуҫлығы ордены

Олег Газманов, шулай уҡ йырсы Полина Гагарина һәм Элвин Грей Өфөнөң юбилейында сығыш яһаған өсөн алған гонорарының бер өлөшөн Курскиҙа йәшәүселәргә ярҙам фондына йүнәлтәсәк.

Олег Газмановҡа – Халыҡтар дуҫлығы ордены
Олег Газмановҡа – Халыҡтар дуҫлығы ордены

Популяр Рәсәй башҡарыусыһы һәм композиторы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов Башҡортостандың юғары наградаларының береһе – Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Олег Газманов Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнаша һәм 31 августа Рус драма театры алдындағы майҙанда сығыш яһай.

Музыкант әйтеүенсә, уға награда алыу бик оҡшаған һәм ул республика халҡы өсөн шат, сөнки Башҡортостандың тиҙ үҫешеүен күрә. Олег Газманов Өфөгә йыш килә һәм бында байтаҡ мәҙәни һәм спорт ҡоролмалары төҙөлөүен күрә. 2024 йылдың апрелендә Рәсәй башҡарыусыһы Башҡортостанда популяр музыкант Элвин Грей менән берлектә “Звёздочка в стакане” йырын яҙҙырҙы.

Олег Газманов халыҡ өсөн юбилей тантаналары мөһим, сөнки был йәмғиәттең берләшеүенә булышлыҡ итә тип билдәләне.

– Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү кеүек сағыу һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар кәрәк, сөнки халыҡҡа ниндәйҙер символдар кәрәк, улар тирәләй берләшергә мөмкин. Был барыбыҙҙың да бергә булыуыбыҙҙы раҫлай, – тине популяр башҡарыусы.

Олег Газманов, шулай уҡ йырсы Полина Гагарина һәм Элвин Грей Өфөнөң юбилейында сығыш яһаған өсөн алған гонорарының бер өлөшөн Курскиҙа йәшәүселәргә ярҙам фондына йүнәлтәсәк.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: