Бөтә яңылыҡтар
Өфөгә - 450 йыл
1 Сентябрь , 21:00

Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанға заманса тирмә бүләк итте

Ҡарағалпаҡстандан дуҫтарыбыҙ Башҡортостан һәм Үзбәкстан халыҡтарының ныҡлы дуҫлыҡ билдәһе буласаҡ иҫ киткес тирмә бүләк итте.

Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанға заманса тирмә бүләк итте
Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанға заманса тирмә бүләк итте

Өфөгә баш ҡаланың 450 йыллығын байрам итеүгә Ҡарағалпаҡстан Республикаһы министрҙар Советы рәйесенең Туризм, мәҙәниәт, мәҙәни мираҫ һәм киң коммуникациялар буйынса урынбаҫары - туризм һәм мәҙәни мираҫ министры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Зарикеев етәкселегендә килгән Үзбәкстан Республикаһы делегацияһы тантаналы шарттарҙа Башҡортостанға заманса үзбәк тирмәһен бүләк итте, ике республика халыҡтарының дуҫлығын сағылдыра. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

– Быйыл Үзбәкстан коллегаларыбыҙ менән хеҙмәттәшлек айырыуса әүҙем үҫешә. 2024 йылдың беренсе ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса 2023 йылдың беренсе ярты йыллығы менән сағыштырғанда төбәктең Үзбәкстан менән тауар әйләнеше 30 проценттан ашыуға артҡан. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың был ил менән үҙ-ара тауар әйләнеше башлыса беҙҙең экспорттан торҙо. Әммә беҙ сауҙа бәйләнештәрен генә түгел, мәҙәни бәйләнештәрҙе лә һаҡлайбыҙ. Бөгөн Ҡарағалпаҡстандан дуҫтарыбыҙ Башҡортостан һәм Үзбәкстан халыҡтарының ныҡлы дуҫлыҡ билдәһе буласаҡ иҫ киткес тирмә бүләк итте, — тине Маргарита Болычева.

Тирмә үзбәк халҡының традицион торлаҡтарының заманса варианты булып тора. Эстә милли ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат костюмдарында һындар, шулай уҡ көнкүреш элементтары һәм этник символикалы келәмдәр урынлашҡан.

– Тирмә, уникаль күсмә торлаҡ булараҡ, архитектура ҡоролмаһы ғына түгел, ә күсмә халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм традицияларының мөһим символы булып тора. Бүләк итеп тапшырылған тирмә-мәҙәни алмашыуға булышлыҡ итеүсе республикаларыбыҙ араһында дуҫлыҡ билдәһе, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Сарала шулай уҡ республика рухиәт һәм мәғрифәтселек үҙәгенең Ҡарағалпаҡстан бүлексәһе етәксеһе Татлыморат Атаморатов, Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Жокаргы Кенесы Рәйесенең мәҙәниәт һәм рухиәт мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Гөлбәхәр Изентаева, “Айҡулаш” Ҡарағалпаҡстан милли-фольклор ансамбленең артист-вокалисы Гөлхатша Айымбәтова, Ҡарағалпаҡстан дәүләт университетының сәнғәт кафедраһы мөдире Саламат Аяпов, “Ағиҙел” Башҡорт художество кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Гүзәл Кәримова ҡатнашты.

Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанға заманса тирмә бүләк итте
Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанға заманса тирмә бүләк итте
Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанға заманса тирмә бүләк итте
Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанға заманса тирмә бүләк итте
Үзбәкстан вәкилдәре Башҡортостанға заманса тирмә бүләк итте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: