28 октябрь — Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Башҡортостан Республикаһы менән Абхазия Республикаһы араһында мәҙәни һәм дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыуға арналған фотоконкурс башланыуы тураһында иғлан итә.
Фотоконкурс фотографтарҙың ижади потенциалына, профессионалдарға ла, һәүәҫкәрҙәргә лә ярҙам итеүгә, шулай уҡ ҡалаларҙың мәҙәни мираҫына иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйындағы колоннада - ике төбәк араһындағы бәйләнеште символлаштырған архитектура объекты конкурстың символы буласаҡ.
Конкурстың төп маҡсаттары һәм бурыстары:
- Өфөлә фотография сәнғәтен үҫтереү;
- таланттарға һәм ижади башланғыстарға ярҙам итеү;
- ҡатнашыусылар һәм төбәктәр араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыу;
- ҡаланың архитектура һәм мәҙәни иҫтәлекле урындарын яҡтыртыу.
Номинациялары:
- Профессиональ фотоһүрәт юғары техник оҫталыҡҡа эйә булған фотографтар өсөн.
- Һәүәҫкәр фотоһүрәт фотоһүрәт менән мауығыусылар һәм үҙенең үҙенсәлекле ҡарашы менән уртаҡлашырға теләүселәр өсөн.
Ҡатнашыу шарттары: 16 йәштән өлкән теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Ғаризаны хәҙер үк тултырырға мөмкин https://vk.cc/cDdED2.
Конкурс тураһында положениены менән ошонда танышырға мөмкин https://vk.cc/cDhP5v
Ҡатнашыусылар Ағиҙел йылғаһы буйындағы колоннадаға арналған өс эште фотоһүрәттең теләһә ниндәй жанрында тәҡдим итә ала.
Конкурсты үткәреү ваҡыты:
- Ғаризалар ҡабул итеү: 28 октябрь - 8 ноябрь;
- Халыҡ тауыш биреү: 9 - 16 ноябрь;
- Жюри баһаһы: 17 - 24 ноябрь;
- Йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү: 2024 йылдың 25 ноябре.
Бүләктәре:
Беҙ бөтә фотографтарҙы ла ошо мөһим проектта ҡатнашырға һәм үҙҙәренең ижади энергияһын асырға саҡырабыҙ!
Фото сығанағы: glavarb.ru