Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
24 Май 2019, 00:30

“Үҙебеҙҙең ҡыяр тәмлерәк!”

Шулай ти Баймаҡ ҡалаһынан ҡыяр үҫтереүсе Әлфиә менән Нәжип Хәсәновтар.

Фото: Азамат Мөхәмәтшин.
Фото: Азамат Мөхәмәтшин.
Шулай ти Баймаҡ ҡалаһынан ҡыяр үҫтереүсе Әлфиә менән Нәжип Хәсәновтар.


Уларҙың йәшелсәһе күптән өлгөрөп, үҙ һатып алыусыларын тапҡан да инде. Егәрле ғаилә 8х20 метр ҙурлыҡтағы теплицала ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә.


Ғаилә башлығы әйтеүенсә, был – табышлы тармаҡ, тик ялҡауланмаҫҡа кәрәк. Март айында уҡ 400 төп үҫенте ултырталар, күберәк “Герман”, “Маша” кеүек сорттарға өҫтөнлөк бирәләр. Көн һайын 30 килоға яҡын йәшелсә йыйып алына.


Экологик яҡтан таҙа, сифатлы йәшелсәгә халыҡта ихтыяж ҙур. Киләсәктә Хәсәновтар тағы ла теплица төҙөп, үҙ кәсебен киңәйтергә уйлай.

Читайте нас: