Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре Өфө районында урынлашҡан тәжрибә хужалығында вирусһыҙ картуф үҫентеләрен теплицаларға күсереп ултыртты. Бының өсөн ун теплица әҙерләнгәйне, бер теплицаға 500-600 үҫенте һыя. Шулай уҡ 3,5 гектар майҙанлыҡ баҫыуға вирусһыҙ картуф орлоҡтары ултыртылды.
Был майҙандан белгестәр 30 тонна самаһы уңыш алырға иҫәп тота.
Картуфтың буласаҡ уңышын белгестәр тәүҙә лабораторияла пробиркала үҫтерә.
– Әле картуф орлоҡтары бактериялы вирустар, бәшмәктәр менән зарарланған. Ә вирусһыҙы кәмендә биш йыл һәйбәт уңыш бирәсәк, мәҫәлән, сорт үҙенсәлектәренә ҡарап, һәр төптән 12-15 бәрәңге сығасаҡ. Беҙҙең орлоҡтар менән шәхси хужалыҡтар ҙа, баҡсасылар ҙа ҡыҙыҡһына, – тине филиалдың тәжрибә лабораторияһы мөдире Динара Ғарифуллина.