Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Июль 2019, 00:29

Үлән-инәй 70 төрлө үлән йыйған

Боронғо ғилем эйәһе, табип Әбүғәлисина, кешеләрҙе иң тәүҙә һүҙ менән дауалағыҙ, тигән. Әгәр улай ҙа файҙа булмаһа, үләндәрҙең шифаһына бик ныҡ баҫым яһаған.

Автор фотоһы
Боронғо ғилем эйәһе, табип Әбүғәлисина, кешеләрҙе иң тәүҙә һүҙ менән дауалағыҙ, тигән. Әгәр улай ҙа файҙа булмаһа, үләндәрҙең шифаһына бик ныҡ баҫым яһаған. Һүҙ менән кешенең рухына, йәненә тәьҫир итеп булһа, үлән тәненә лә, йәненә лә шифалы, тигән ҡарашта булған ул.
Ҡырмыҫҡалы районында үткән үлән йыйыусылар конкурсында беренсе урынды яулаған Резеда Сәйфетдинова инәй ҙә ошо фекерҙе хуплай. Ул быйыл район конкурсында 70-тән ашыу үлән тәҡдим иткән һәм уларҙың шифалы сифаттары хаҡында һөйләгән. Иҫ китмәле бит!
– Элек гел ҡара эштә эшләнем: сөгөлдәр ҙә үҫтерҙем, һауынсы ла булдым, быҙау ҙа ҡараным. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Һәр саҡ ошо үләндәр ярҙамға килде. Улар кешенең бөтә сирҙәренә лә дауа була ала, – тип иҫәпләй 80 йәшлек инәй.
Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул “Хәтирә” фолькор ансамблендә лә шөғөлләнергә өлгөрә. Уларҙың быуыны бит йырһыҙ-моңһоҙ йәшәмәгән. Унан тыш, сигергә лә әүәҫ инәй бөгөн район сараларында ҡатнашып, үләндәре менән генә ғәжәпләндереп ҡалмай, ә үҙенең мендәр тыштары, күлдәктәре, өҫтәл япмалары менән һоҡландыра. Шулай, үҙенең тормошона биҙәкте һәр кем үҙе сигә!