Бөгөн - Халыҡ-ара ҡарбуз көнө. Эсе шарҙай, тәме балдай татлы еләкте яратмаған кеше юҡтыр. Шулай ҙа уны һайлап алғанда, ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе белеү ҙә кәрәк. Беренсенән, уны май айында уҡ һатыуға сығарыусыларҙан алмауың хәйерле. Ҡарбуздың иң татлы мәле - август айы һанала. Шуға күрә уның байрамы ла тап ошо айҙа билдәләнеүе юҡҡа түгел.
Ырымбур өлкәһенең Соль-Илецк ҡалаһы ҡарбуз үҫтереү буйынса илдә киң билдәле. Йыл һайын бында Ҡарбуз фестивале үтә. Татлы һәм тәмле еләктән төрлө фигуралар, телемдәр ҡуйыла, иң ҙур һәм татлы ҡарбуз үҫтереүсе билдәләнә.
Кемдәр ҡарбуз ярата, бөгөн яратҡан еләгегеҙҙең байрамы хаҡына һеҙ ҙә рәхәтләнеп иң күп ҡарбуз ашаусы ярышын үткәрә алаһығыҙ. Әйткәндәй, ҡарбуздың файҙаһы ла бик күп.