Баҡсала кәрәкмәгән ағастарҙы киҫкәндән һуң төбө ҡала. Түңгәкте ҡалдырыу зыянлы, ул бәшмәк ауырыуҙарын тарата. Шуға уны мөмкин тиклем тиҙерәк таҙартырға кәрәк. Был — шаҡтай ҡатмарлы хеҙмәт, уны бер нисә ысул менән эшләргә була.
1. Ағас төбөнә күп итеп тоҙ һибегеҙ. Тоҙ әкренләп төптө тарҡата, емерә, сама менән бер йылдан ағас төбө сереп сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тупраҡҡа ла зыян киләсәк.
2. Баҡсасылыҡ магазинынан ике-өс һауыт “Раундап” алығыҙ. Сүп үләненә ҡаршы сығарылған был шыйыҡсаны ағас төбөнә һибегеҙ һәм яҡшылап төрөп ҡуйығыҙ. Бер йылдан һуң сереп бөткәс, уны еңел генә тартып алаһығыҙ.
3. Ағас төбөн бырау менән мөмкин тиклем тәрәнерәк тишегеҙ. Шуға көҙҙән калийлы йәки натрийлы селитра һалығыҙ. Көҙгө ямғырҙар йыумаһын өсөн өҫтөн ҡаплағыҙ. Яҙын уны асырға кәрәк. Селитра йылынғанда бик күп кислород бүлеп сығара. Ағас төбөнә селитра һеңә, ул уны ныҡ киптерә лә. Унан аҙ ғына кәрәсин һибеп, ут төртөгөҙ. Ағас төбө янып, ер таҙарасаҡ. Тик был алым торфлы баҡса өсөн яраҡлы түгел. Ер аҫтында торф яна башлаһа, уны туҡтата алмаҫһығыҙ.