Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
13 Август 2019, 18:45

Ылыҫтарын тарағыҙ

Ихатаға туя ағасын ултыртҡас, энәләрен көҙөн тарап торорға кәрәк, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулаймы?

Ихатаға туя ағасын ултыртҡас, энәләрен көҙөн тарап торорға кәрәк, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулаймы?


Эйе, көҙөн ҡайһы бер ылыҫлы ағастарҙың ҡороған энәләрен ҡойоп төшөрөү файҙалы. Улар, мәңге йәшел һаналһа ла, энәләрен даими яңыртып тора. Мәҫәлән, ҡарағайҙың ылыҫы дүрт йыл һайын алмашына. Был күренеш көҙөн була.


Ғәҙәттә, шыршы һәм ҡарағай энәләрен үҙе лә ҡоя ала. Һыуыҡтар башланғансы, тығыҙ энәле ылыҫлыларҙы, шул иҫәптән туяны ла бармаҡ менән “тарарға” кәрәк. Был эште ҡулға бирсәткә кейеп башҡарырға мөмкин.


Унан ағасты “Ордан”, “Хом” кеүек бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡлай торған препарат менән эшкәртһәгеҙ, яҡшы булыр.


Читайте нас: