Ҡабаҡтан нимә генә эшләмәйҙәр, ә бына ҡайнатма ҡайнатҡандарын күргән юҡ ине. Шуға күрә, әйҙәгеҙ бергәләп эшләп ҡарайыҡ.
Шулай итеп, ҡабаҡ ҡайнатмаһы өсөн бер килограмм ҡабаҡ, бер лимон, ике әфлисун һәм 800 грамм шәкәр кәрәк.
Таҙартылған ҡабаҡты кубиклап турайбыҙ. Лимондың төштәрен алып ташлайбыҙ ҙа, ҡабығы менән бергә турайбыҙ. Әфлисунды шулай уҡ төштәренән һәм ҡабығынан таҙартып турарға. Шәкәр һалырға һәм төнгөлөккә шул килеш ҡалдырырға. Иртәгәһенә утҡа ҡуябыҙ һәм ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Яҡынса 30-40 минут. Әгәр теләгегеҙ булһа, блендер менән ваҡларға һәм тағы бер тапҡыр бешереп алырға мөмкин.
Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалығыҙ һәм тимер ҡапҡас менән ябығыҙ. Баш түбән әйләндереп, йылы нәмәгә төрөп ҡуйығыҙ.
Әскелт-тәмле генә ҡайнатма әҙер!