Башҡортостан
+2 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Баҡса
14 Сентябрь 2019, 16:33
Кишерегеҙ баллымы?
Әле баҡсасылар түтәлдәрҙән кишер ҡаҙып алыу менән мәшғүл. Был эште ни өсөн иртәнсәк түгел, ә кис башҡарырға кәңәш ителә?
Фото: mail.ru
Әле көҙҙөң иң матур сағы, баҡсалар ҙа мул уңышы менән ҡыуандыра.
Күптәр картуфын ҡаҙып алып, ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға һалды ла инде. Һарымһаҡ, һуған күптән баҙҙа. Бөгөн иһә баҡсасылар түтәлдәрҙән кишер ҡаҙып алыу менән мәшғүл.
Был эште иртән түгел, ә кис башҡарырға кәрәк. Шул осраҡта тамыр аҙыҡ баллыраҡ була икән. Эш шунда: көндөҙгө сәғәттәрҙә япраҡтарындағы шәкәр кишерҙең үҙенә күсә. Әлбиттә, бының өсөн һауа температураһы кәмендә 20-25 градус йылы булырға тейеш.
Әгәр кишер өлгөргән ваҡытта һалҡын көндәр булһа, тамыр аҙыҡҡа бал тәме инеренә өмөтләнеү файҙаһыҙ.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять