Баҡса
25 Сентября 2019, 18:10

Гөлйемеш йыйыр мәл етте

Унан төнәтмәне нисек әҙерләргә?

Фото: yandex.kzФото: yandex.kz
Фото: yandex.kz
Тәбиғәттең һәр миҙгеле йомарт. Белеп файҙаланһаң, ҡара көҙгәсә Ер-әсәнең ниғмәттәре етерлек әле. Сентябрь – гөлйемеш йыйыу осоро.
Гөлйемеш йәки әлморон емеше төрлө биологик актив матдәләргә, С витаминына бай. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына ҡытлыҡ кисергән ҡышҡы һәм яҙғы осорҙа ул айырыуса файҙалы.
Гөлйемеш төнәтмәһен йә ҡайнатмаһын геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яраһы (язва) булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә.
Төнәтмә әҙерләү өсөн төнгөлөккә термосҡа дүрт аш ҡалағы киптереп ваҡланған емешкә ике стакан ҡайнар һыу һалығыҙ. Уны көнөнә ике тапҡыр стакан эсергә мөмкин. Витаминлы эсемлек иммунитет нығытыу өсөн балаларға ла файҙалы.
Гөлйемеш тамырынан әҙерләнгән төнәтмә ярҙамында һейҙек ҡыуығындағы һәм бөйөрҙәге таштан ҡотолорға мөмкин тип билдәләй халыҡ медицинаһы. Тик быны мотлаҡ табип күҙәтеүе аҫтында башҡарырға кәңәш ителә.
Читайте нас