Баҡса
8 Октября 2019, 12:40

500 мең кеше иҫәпкә бар һанға юҡ...

Судтарҙа һәм муниципалитеттарҙа баҡсасыларҙың үҙ-ара йәки урындағы власть менән бәхәсе буйынса бик күп ялыу йыйылған, уларҙы ҡануни нигеҙҙә хәл итә башларға ваҡыт.

newsyandex.runewsyandex.ru
newsyandex.ru
Баҡсасылар беҙҙең республикала күп – коммерцияға ҡарамаған баҡсасылар йәмғиәттәрендә 500 меңдән ашыу ғаилә иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алтынсы урынды биләй.
– Был йәмғиәттәрҙең эшмәкәрлеген яйға һалыу буйынса ҙур күләмдәге эш көтә беҙҙе, улар ҡануниәт көйләүенән бөтөнләй ситтә тороп ҡалған, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Судтарҙа һәм муниципалитеттарҙа баҡсасыларҙың үҙ-ара йәки урындағы власть менән бәхәсе буйынса бик күп ялыу йыйылған, уларҙы ҡануни нигеҙҙә хәл итә башларға ваҡыт. Беҙ, республика Хөкүмәте, баҡсасылыҡ йәмғиәттәрен тергеҙеү буйынса төбәк программаһы тәҡдим итергә йыйынабыҙ.
Был программа коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ йәмғиәттәренә (ә улар беҙҙең республикала 1327 иҫәпләнә) юл һалыу, электр менән ышаныслы тәьмин итеү, коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы ойоштороу, район кимәлендә уларҙың эшен көйләгән муниципаль орган булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса субсидия биреүҙе лә күҙ уңында тота. Әлегә тиҫтәләрсә йылдар буйы йыйылып килгән был проблемалар хәл ителмәй.
Читайте нас