Баҡса
8 Октябрь 2019, 11:00

Кишер ниңә тармаҡлана?

Йыш ҡына кишер тармаҡланып үҫә. Бының сәбәбе – ерҙең ҡаты булыуы, дөрөҫ ашламау, ваҡытында һирәкләмәү, ҡаҙырға һуңға ҡалыу.

Йыш ҡына кишер тармаҡланып үҫә. Бының сәбәбе – ерҙең ҡаты булыуы, дөрөҫ ашламау, ваҡытында һирәкләмәү, ҡаҙырға һуңға ҡалыу. Йәнә был йәшелсәгә балсыҡлы тупраҡта ла тармаҡлана, сөнки бындай ерҙә иркенләп үҫә алмай.


Кишерҙе серемәгән тиреҫ индергән урынға сәсергә ярамай. Ул азотлы ашламаларҙы күп һалғанда тармаҡлана башлай. Йәшелсә һелте тупраҡты ла яратмай, эзбиз кереткәндә быны иҫтә тоторға кәрәк. Ә һуң һирәкләгәндә тамырҙары имгәнергә мөмкин.


Кишерҙе йыйырға һуңға ҡалмағыҙ. Уның иртә, уртаса, һуң өлгөрә торған сорттары була. Тәүгеләрен йыйыр өсөн көҙ уртаһын көтөп тормайҙар. Өлгөргән йәшелсә ярыла, имгәнә.

Читайте нас