Баҡса
21 Октября 2019, 14:40

Энәлеккә бирсәткәһеҙ тотонмағыҙ

Витаминдарға бай энәлек йыйыу маҡсаты менән баҡсаға юлландым. Ауыл малайы булараҡ, ҡулға бирсәткә кеймәйенсә генә уның емешен тирергә тотондом. Әлбиттә, энәлектең энәһе бармаҡтарҙы тишкесләп бөттө, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, башлаған эшемде дауам иттем. Бер күнәк тирәһе йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптерергә йәйеп һалдым.

yandex.ruyandex.ru
yandex.ru
Көҙ – муллыҡ айы, емеш-еләктең иртә өлгөргәндәрен дә, ҡар яуыр алдынан бешкәндәрен дә йыйып, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма әҙерләү – һәр хәстәрлекле кешенең бурысы.
Витаминдарға бай энәлек йыйыу маҡсаты менән баҡсаға юлландым. Ауыл малайы булараҡ, ҡулға бирсәткә кеймәйенсә генә уның емешен тирергә тотондом. Әлбиттә, энәлектең энәһе бармаҡтарҙы тишкесләп бөттө, ҡаршылыҡтарға ҡарамай, башлаған эшемде дауам иттем. Бер күнәк тирәһе йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптерергә йәйеп һалдым. Өҫтәүенә, бер нисә үҫентене йорт тәҙрәһе алдына ултырттым.
Кискеһен бер бармаҡтың әҙ генә ауыртыуына ҡарамайынса йоҡларға яттым, ә таң атыуға ул шешеп сыҡҡайны. Етмәһә, һулҡылдап һыҙлай.
Табип аңлатыуынса, бармаҡты энә тишкән урынға инфекция ингән. Һүҙ ҙә юҡ, улар беренсе ярҙамды күрһәтте. Кәңәш шул, еҙәйме, гөлйемешме, крыжовникмы, әгәр ҙә сәнскеле емеш йыйырға итһәгеҙ, башта бирсәткә хәстәрләгеҙ.
Читайте нас