Баҡса
22 Октября 2019, 12:38

Ағыулы үҫемлектәрҙән һаҡланып...

Башҡортостанда ауыл хужалығы экосистемаһына һәм халыҡтың сәләмәтлегенә зарарлы инвазив, карантин үҫемлектәрҙең әүҙем таралыуы күҙәтелә.

Башҡортостанда ауыл хужалығы экосистемаһына һәм халыҡтың сәләмәтлегенә зарарлы инвазив, карантин үҫемлектәрҙең әүҙем таралыуы күҙәтелә.
Мәҫәлән, сығышы менән тропик Американан булған үҫемлек-паразит – повилика (ҡылйебәк). Ул бөтә донъяға таралыуы менән билдәле, яңы шарттарға, яңы үҫемлектәргә еңел генә яраҡлаша. Тәбиғәттә уның йөҙҙән ашыу төрө билдәле.
Повиликаны күпләп юл буйҙарында, яландарҙа ҡыҙғылт-һары еп кеүек үҫемлектәргә сырмалған рәүештә осратырға мөмкин. Ул – ҡурҡыныс паразит һәм карантин үҫемлектәр төрөнә ҡарай, үҙе тик башҡа үҫемлектәр иҫәбенә тереклек итә. Тышҡы билдәләре менән шнурға оҡшаған, япраҡтары һәм тамырҙары юҡ. Был үҫемлектең составында ағыулы алкалоидтар күп, шунлыҡтан хайуандар донъяһына ла хәүеф менән янай. Алкалоидтар уларҙы ныҡ ағыулап ҡына ҡалмай, хатта малдың (бигерәк тә һыйырҙарҙың) үлеменә килтерергә мөмкин. Бесәнгә ҡушылып китмәһен өсөн, иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Повиликаны сәскә атҡансы йыш-йыш сабып торорға кәрәк, әгәр ҙә ул аҙна-ун көн эсендә үҙенә ҡорбанын тапмаһа (еҫ буйынса таба), үҙенән-үҙе юҡҡа сыға.
Тупраҡ өҫтөнә ҡойолған орлоҡтары ел ярҙамында үрсей. Орлоҡтары бирешеп бармай, ер өҫтөндә биш йылдан ашыу ятһа ла, үҙенең сығышын юғалтмай. Шуны белеү мөһим – повилика маскировка яһарға бик һәләтле, ул ҡорбанының орлоҡтарына оҡшап үҙгәрә, шуға күрә үҙ ҡулдарыбыҙ менән теләгән үҫемлектең орлоҡтарына ҡушып сәсергә лә мөмкинбеҙ. Повиликаның бәләкәй генә киҫәксәһе өҙөлөп ҡалһа ла, “тулы ҡанлы” үҫемлек булып китә. Был паразиттан ҡотолоу өсөн комплекслы саралар ҡулланырға кәрәк.
Башҡортостанда күпселек амброзияның ике төрө осрай: күп йыллыҡ һәм өс өлөшлө япраҡлы амброзия. Улар шулай уҡ хәүефле карантин үҫемлектәргә ҡарай һәм бөтә донъяла карантин үҫемлектәр исемлегенә индерелгән. Амброзия кешеләрҙең һәм хайуандарҙың һаулығына зыян килтерә. Шулай уҡ тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләр запасын, һыуҙы күпләп “йота”, урып йыйыу эштәренә ҡамасаулай, орлоҡтары менән ҡыйлай. Амброзия беҙгә күпләп 1975 йылда Краснодарҙан, Ростов өлкәһенән, Украинанан һалам ташығанда килеп эләгә. Ныҡлап таралып китеүенә ауыл хужалы­ғында 90-сы йылдарҙағы көрсөк ваҡытында, малсылыҡ фермалары тирәһендә таш­ландыҡ, ҡаралмаған ерҙәрҙең барлыҡҡа килеүе сәбәпсе булды.
Республикала бөгөн үҫемлектәрҙең ситтән килгән 457 төрө асыҡланған, шуларҙың 10 төрө хәүефле һанала, ә инде 5 төрө айырыуса ҡурҡыныс: өс өлөшлө япраҡлы амброзия, күп йыллыҡ амброзия, циклахена, Сосновка балтырғаны, яллы арпа (ячмень гривастый).
Карантин үҫемлектәр табылған осраҡта “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса етәкселегенә йәки Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең төбәк филиалы белгестәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ауыл биләмәләрендә карантин объект­тарҙы юҡ итеү өсөн етәкселәр комп­лекслы саралар башҡарырға бурыслы. Бигерәк тә эшкәртелмәгән ерҙәр, тимер һәм шоссе юл, урман буйҙары, ауыл биләмәләре, баҡсалар күҙ уңынан ысҡындырылырға тейеш түгел.
Карантин үҫемлектәрҙе юҡ итеп, беҙ үҫемлек культураларын ғына ҡотҡар­майбыҙ, һаулығыбыҙҙы ла һаҡлайбыҙ. Битараф ҡалмайыҡ!

Читайте нас