Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Сәғирә апай Ғәбитованың бик үҙенсәлекле, матур шөғөлө бар: ул орлоҡтан сәсеп, лимон, әфлисун, гранат, мандарин кеүек экзотик емештәр, бүлмә боростары, лавр ағасы үҫтерә. Ә яңыраҡ ҡәһүә ағасын орлоҡтан үҫтереп ҡарарға булған. Әле “Арабика” тигән сорттың үҫентеләрен айырып ултыртҡан, яҙғыһын ҙур һауытҡа күсермәксе.
– Хәҙер инде махсус рәүештә орлоҡ яҙҙырып алыу менән мауыҡмайым. Күп үҫентеләрҙе үҙебеҙ ашаған емеш, йәшелсә орлоҡтарынан үҫтерәм, - ти ул.
Сәғирә апайҙың был оҫталығы, моғайын, атаһынан – Хәйбулла тарафтарында агроном булып эшләп хөрмәт ҡаҙанған Илһам Кирам улы Ғәлиндан күскәндер. Бына нимәләр һөйләне ул шөғөлөнөң серҙәре менән уртаҡлашып:
– 2006 йыл тирәһендә бүлмә гөлдәре үҫтереү менән мауыға башланым. Тәүге орлоҡтарҙы Мәскәүҙән яҙҙырып алдым, ул саҡта беҙҙең яҡта ундай магазиндар юҡ кимәлдә ине. Ҡыҙыҡ күреп, гранат орлоғо ла яҙҙырттым. Уны ҡәҙимге үҙебеҙҙең тупраҡҡа сәстем, һәм ул йыл буйына ҡып-ҡыҙыл сәскәләр атып, емеш бирә башланы. Шунан һуң лимон, мандарин ағастары ултырттым, улары ла гөрләп үҫеп китте. Мандариндың уңышын йылына ике тапҡыр йыябыҙ. Орлоҡтан алма, виноград сәстем. Помидорҙың, боростарҙың бүлмәлә үҫтереү өсөн тәғәйен сорттарын даими үҫтерәм. Бүлмә еләктәре лә матур итеп емеш бирҙе.
Йәй көнө Ғәбитовтарҙың ишек алды гөл-сәскәгә күмелә. Ҡайһы бер экзотик үҫемлектәрҙе лә тышҡа сығаралар. Сәғирә Илһам ҡыҙының ҡыҙыҡһыныуын ире Фирғәт Сәхиулла улы ла хуплай. Йәйге ялға ҡайтҡан студенттар – улдары Марсель менән ҡыҙҙары Азалия ла – ҙур ярҙамсы һәм терәк.
– Берәй әхирәтемдең, туғанымдың тыуған көнө булһа, мотлаҡ шау сәскәлә ултырған бүлмә гөлө бүләк итәм. Яратҡан шөғөл күңелгә ял бирә, һис тә ялҡытмай, – ти Сәғирә апай.
Фотолар Сәғирә Ғәбитованың шәхси архивынан.